Әҙәбиәт

Мертон колледжы китапханаһы

Әҙәбиәт ( ғәр. أدب‎‎ һүҙенән килә) — тулы мәғәнәлә теләһә ниндәй яҙма текстар йыйылмаһы. Күп кенә телдәрҙә, шул иҫәптән урыҫса ҡулланылған литература һүҙе лат. lit(t)eratura (яҙылған, яҙылыш)< лат. lit(t)era (хәреф) һүҙенән килә.

Төшөнсә сиктәре тураһында

«Әҙәбиәт» төшөнсәһенән күп осраҡта сәнғәттең бер төрө булған нәфис әҙәбиәтте күҙ алдына килтерәләр. Әммә, был заманса аңлауҙы бөгөнгө дәүерҙән алыҫлашҡан боронғо мәҙәниәткә ҡарата туранан-тура ҡулланырға кәрәкмәй. Гесиодтың «Теогония»һы йәки Тит Лукреций Карҙың «О природе вещей» кеүек боронғо фәнни трактаттар һәм дини-мифологик әҫәрҙәр замандаштары тарафынан Гомерҙың « Илиада»һы йәки Вергилийҙың « Энеида»һы кеүек эпик әҫәрҙәрҙәргә нәфис булмаған әҙәбиәтте нәфис әҙәбиәткә ҡаршы ҡуйған кеүек ҡаршы ҡуйылмаған.

1820 йылдарҙа Рәсәй тәнҡитселәре Николай Карамзиндың «Рәсәй дәүләт тарихы»н һәм Николай Тургеневтың «Һалым теорияһы тәжрибәһе»н урыҫ прозаһының иң яҡшы өлгөһө, тип һанай. Башҡа осор нәфис әҙәбиәтен дини, фәлсәфәүи, фәнни, публицистик әҙәбиәттән айырып, бөгөнгө заман төшөнсәләрен үткәндәргә күсерәбеҙ.

Һәр ҡайһыһы билдәле бер проблемаларға һәм төҙәтмәләргә бәйле булыуға ҡарамаҫтан, әҙәбиәттең бөтә милли мәҙәниәттәрҙә лә, кешелек тарихында ла үҙгәрмәй торған бер нисә универсаль үҙенсәлеге бар.

  • Әҙәбиәткә автор текстары (шул иҫәптә ниндәйҙер сәбәптәр менән авторы күрһәтелмәгән аноним, коллектив текстар ҙа) ҡарай. Текстың ниндәйҙер бер авторҙыҡы булыуы, уның тарафынан булдырылыуы юридик (авторлыҡ хоҡуғы), психологик (автор тере кеше, уҡыусы уның турала үҙе уҡыған текстан мәғлүмәт алырға тырышыуы бар) яҡтан ғына мөһим түгел, ә текст авторының билдәле булыуы ошо текстҡа тамамланғанлыҡ бирә, нөктә ҡуя һәм шунан һуң ғына был текст үҙаллы йәшәй башлай. Мәҙәниәт тарихы башҡа ҡағиҙәләр буйынса йәшәгән текст төрҙәрен дә белә, мәҫәлән, фольклор текстары. Авторҙары билдәле булмағанлыҡтан, текстар нығытылмаған, шуға күрә, һуңғы тапҡыр һөйләүсе йәки күсереп яҙыусы уға үҙенсә үҙгәрештәр индерә ала. Теге йәки был текстар уны барлыҡҡа килтереүсе яҙыусы йәки ғалим исеме менән бәйле булырға мөмкин, мәҫәлән, Александр Афанасьевтың «Рус халыҡ әкиәттәре». Әммә, әҙәби булмаған текстарҙы әҙәби эшкәртеүҙәр уның башҡа варианттары булыу мөмкинлеген инҡар итмәй һәм бары тик үҙе яҙған текст ҡына (мәҫәлән, тотош әкиәттәр түгел) авторҙыҡы һанала.
  • Һөйләү тексының түгел, ә яҙма текстың ғына әҙәбиәткә инеүе лә алдағы үҙенсәлектәргә бәйле. Һөйләү ижады яҙма ижадтан алда барлыҡҡа килгән һәм, унан айырмалы рәүештә, беркетеп ҡуйылмаған. Фольклор һәр ваҡытта ла ( XIX быуатҡа тиклем, яҙма формалар барлыҡҡа килгәнсе) телдән булған. XX быуатта ҙур үҫеш кисергән милли мәҙәниәттәрҙә ауыҙ-тел ижады менән шөғөлләнеүсе сәсәндәр һаҡланған һәм һаҡлана.
  • Синтетик текст түгел, ә төп материалы булып кеше телмәрендә булған һүҙҙәрҙән торған текст ҡына әҙәбиәткә инә ала. Йырҙар йәки опералар үҙҙәре генә әҙәбиәтең өлөшө тип һанала алмай. Әгәр ҙә берәй шағирҙың әҙер тексына композитор тарафынан йыр яҙылһа, проблема юҡ; әммә, боронғо традиция тағы ла киң йәйелеү ала, йәғни бер үк автор текст та, көй ҙә яҙа һәм ошо әҫәрҙе үҙе башҡара. Килеп сыҡҡан синтетик әҫәрҙән бары тик һүҙ тексын ғына айырып алып, уны үҙаллы әҙәби әҫәр тип ҡарау ни тиклем нигеҙле булыуы бәхәсле ҡала. Әгәр ҙә телдеке булмаған элементтар сағыштырмаса күп түгел икән, билдәле балалар китабында һүрәттәр, йәки улар текстың күп өлөшөн алып, уларҙың роле буйһоноусан булған (мәҫәлән, математик, физик, химик формулаларҙыҡы кеүек) осраҡтарҙа синтетик әҫәрҙәр барыбер ҙә әҙәби әҫәр тип ҡабул ителә һәм квалификациялана. Шулай ҙа, ҡайһы бер саҡтарҙа әҙәби текста өҫтәмә визуаль элементтар шул тиклем күп була, уларҙы фәнни күҙлектән әҙәби итеп ҡарау ҡыйынға тура килә. Ошондай тексҡа Антуан де Сент-Экзюпериның автор һүрәттәре мөһим өлөш алып торған « Бәләкәй принц» әкиәтен индерергә мөмкин.
  • Әҙәбиәткә социаль әһәмиәткә эйә булған текстар инә. Шәхси һәм эш хаттары, көндәлектәр, мәктәп иншалары һәм башҡалар әҙәбиәткә ҡарамай. Был критерий тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына булһа ла, ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Бер яҡтан ҡарағанда, әһәмиәтле авторҙар алып барған осраҡта, шәхси хат алышыуҙың әҙәбиәткә инеүе лә бар. Яҙыусыларҙың һәм ғалимдарҙың әҫәрҙәр йыйынтығында «хаттар» бүлеге булыуы ла юҡҡа ғына түгел бит. Ҡайһы ваҡытта был хаттарҙа әҙәбиәт һәм фән өсөн мөһим мәғлүмәттәр була. Был буласаҡ яҙыусыларҙың, сәйәсмәндәрҙең, ғалимдарҙың мәктәп иншаларына ла ҡағыла, сөнки улар авторҙары хаҡында нидәйҙер мәғлүмәт биреүе юҫығынан артабан әҙәбиәт киңлегенә инеүе бар. Ҡайһы бер осраҡта яҙыусылар, фәйләсүфтәр, публицистар маҡсатлы рәүештә үҙ хаттарын йәки көндәлектәрен әҙәбиәт фактына әйләндерә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, текстары үҙенең генә ҡаҙанышы булған йәки дуҫтарының, таныштарының тар даирәһендә генә ҡалған дилетант авторҙарҙың нәфис әҙәбиәт ижады статусы проблемалы булып ҡала. Бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ етәксеһенә яҙған шиғри ҡотлауын әҙәби күренеш тип ҡарау ни тиклем дөрөҫ? Интернет һәм төрлө сайттар барлыҡҡа килеүе был йәһәттән яңы ауырлыҡтар тыуҙырҙы. Хәҙерге ғалимдар, мәҫәлән, француз социологы Пьер Бурдье һәм уның шәкерттәре әҙәбиәтте, сәнғәтте, фәнде билдәләүсе һәм уларҙы теләһә ниндәй дилетант эшмәкәрлегенән сикләүсе социаль механизмды һүрәтләргә тырыша. Әммә улар тәҡдим иткән схемалар дөйөм ҡабул ителмәгән һәм әле һаман ҡаты бәхәс темаһы булып ҡала килә.
Other Languages
Afrikaans: Letterkunde
Alemannisch: Literatur
አማርኛ: ሥነ ጽሑፍ
aragonés: Literatura
العربية: أدب
অসমীয়া: সাহিত্য
asturianu: Lliteratura
Aymar aru: Qullasïwi
azərbaycanca: Ədəbiyyat
تۆرکجه: ادبیات
Boarisch: Literadua
žemaitėška: Literatūra
беларуская: Літаратура
беларуская (тарашкевіца)‎: Літаратура
български: Литература
भोजपुरी: साहित्य
বাংলা: সাহিত্য
brezhoneg: Lennegezh
bosanski: Književnost
буряад: Удха зохёол
català: Literatura
Mìng-dĕ̤ng-ngṳ̄: Ùng-hŏk
нохчийн: Литература
Cebuano: Katitikan
کوردی: وێژە
čeština: Literatura
kaszëbsczi: Lëteratura
Чӑвашла: Литература
Cymraeg: Llenyddiaeth
dansk: Litteratur
Deutsch: Literatur
Zazaki: Edebiyat
ދިވެހިބަސް: އަދަބިއްޔާތު
Ελληνικά: Λογοτεχνία
English: Literature
Esperanto: Literaturo
español: Literatura
eesti: Kirjandus
euskara: Literatura
estremeñu: Literatura
فارسی: ادبیات
Võro: Kirändüs
føroyskt: Bókmentir
français: Littérature
arpetan: Litèratura
Nordfriisk: Literatuur
furlan: Leterature
Frysk: Literatuer
Gaeilge: Litríocht
贛語: 文學
Gàidhlig: Litreachas
galego: Literatura
Gaelg: Lettyraght
客家語/Hak-kâ-ngî: Vùn-ho̍k
Hawaiʻi: Moʻokalaleo
עברית: ספרות
हिन्दी: साहित्य
Fiji Hindi: Literature
hrvatski: Književnost
Kreyòl ayisyen: Literati
magyar: Irodalom
interlingua: Litteratura
Bahasa Indonesia: Sastra
Interlingue: Literatura
Ilokano: Literatura
íslenska: Bókmenntir
italiano: Letteratura
日本語: 文学
Patois: Lichicha
Basa Jawa: Sastra
ქართული: ლიტერატურა
Qaraqalpaqsha: A'debiyat
Taqbaylit: Tasekla
қазақша: Әдебиет
ಕನ್ನಡ: ಸಾಹಿತ್ಯ
한국어: 문학
Перем Коми: Лыддьӧтан
къарачай-малкъар: Адабият
कॉशुर / کٲشُر: اَدَب
Kurdî: Wêje
Кыргызча: Адабият (илим)
Latina: Litterae
Ladino: Literatura
Lëtzebuergesch: Literatur
лакку: Адабият
Limburgs: Literatuur
lietuvių: Literatūra
latviešu: Literatūra
Basa Banyumasan: Sastra
Malagasy: Haisoratra
Baso Minangkabau: Sastra
македонски: Книжевност
മലയാളം: സാഹിത്യം
монгол: Утга зохиол
मराठी: साहित्य
Bahasa Melayu: Kesusasteraan
Mirandés: Literatura
မြန်မာဘာသာ: စာပေ
Napulitano: Litteratura
Plattdüütsch: Literatur
Nedersaksies: Literatuur
नेपाली: साहित्य
नेपाल भाषा: साहित्य
Nederlands: Literatuur
norsk nynorsk: Litteratur
norsk: Litteratur
Novial: Literature
Nouormand: Littéthatuthe
occitan: Literatura
Livvinkarjala: Kirjalližus
ਪੰਜਾਬੀ: ਸਾਹਿਤ
Kapampangan: Literatura
Papiamentu: Literatura
Picard: Litérature
polski: Literatura
Piemontèis: Literatura
پنجابی: ساہت
português: Literatura
Runa Simi: Simi kapchiy
română: Literatură
armãneashti: Literaturâ
русский: Литература
русиньскый: Література
Kinyarwanda: Ubuvanganzo
sicilianu: Littiratura
Scots: Leeteratur
سنڌي: ادب
srpskohrvatski / српскохрватски: Književnost
Simple English: Literature
slovenčina: Literatúra
slovenščina: Književnost
Soomaaliga: Suugaan
shqip: Letërsia
српски / srpski: Књижевност
Basa Sunda: Sastra
svenska: Litteratur
Kiswahili: Fasihi
తెలుగు: సాహిత్యం
тоҷикӣ: Адабиёт
Türkmençe: Edebiýat
Tagalog: Panitikan
Türkçe: Edebiyat
Xitsonga: Vutsari
татарча/tatarça: Әдәбият
українська: Література
اردو: ادب
oʻzbekcha/ўзбекча: Adabiyot
vèneto: Łiteratura
Tiếng Việt: Văn học
Winaray: Panuratan
Wolof: Njàngat
吴语: 文學
მარგალური: ლიტერატურა
ייִדיש: ליטעראטור
Vahcuengh: Vwnzyoz
Zeêuws: Literatuur
中文: 文學
文言: 文學
Bân-lâm-gú: Bûn-ha̍k
粵語: 文學