Ҡолға менән һикереү

Атлеттың планканы үтә башлауы.

Ҡолға менән һикереү — еңел атлетика программаһында вертикаль һикереүҙең техник төрөнә ҡараған дисциплина. Был һикереүҙе башҡарғанда, спортсыға, ҡолға ярҙамында планка аша (уны төшөрөп ебәрмәй генә) үтергә кәрәк. Ҡолға менән һикереүҙең олимпия спорт төрөнә ир-егеттәр араһында — 1896 йылдағы Беренсе йәйге олимпиадала, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 2000 йылда Сидней Олимпия уйындарында индерелә. Еңел атлетика күп алышы составына инә.

Ҡолға менән һикереү дүрт төп һикереүҙең (оҙонлоҡҡа һикереү, өсләтеп һикереү, бейеклеккә һикереүҙән тыш) берәүһе булып тора. Шулай уҡ ҡолға менән һикереү техник дисциплиналарҙың иң күп ҡырлылары иҫәбендә. Бары тик бында ғына (башҡа бөтә ырғытыу дисциплиналарынан тыш) алдына ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү өсөн, ярҙамсы предметтар кәрәк. Ҡолға менән һикереүселәр гимнастик яҡтан яҡшы әҙерлекле булырға, хатта, гимнастика мәктәптәрендә лә уҡыу мөмкинлеге алырға тейеш (донъя рекорды ҡуйған Елена Иҫәнбаева, Брайан Штернберг кеүек спортсылар тап шундай юл үткән).

Other Languages
العربية: قفز بالزانة
বাংলা: পোল ভল্ট
català: Salt de perxa
čeština: Skok o tyči
Ελληνικά: Άλμα επί κοντώ
English: Pole vault
Esperanto: Stanga altsalto
euskara: Pertika jauzi
hrvatski: Skok s motkom
magyar: Rúdugrás
Bahasa Indonesia: Lompat galah
日本語: 棒高跳
latviešu: Kārtslēkšana
norsk: Stavsprang
português: Salto com vara
संस्कृतम्: दण्डकूर्दनम्
srpskohrvatski / српскохрватски: Skok motkom
Simple English: Pole vault
slovenčina: Skok o žrdi
slovenščina: Skok s palico
српски / srpski: Скок мотком
svenska: Stavhopp
Tiếng Việt: Nhảy sào
中文: 撑杆跳高
粵語: 撐竿跳高