Ғәбделхәмит I

Ғабдул-Хәмит I

Ғәбделхәмит I ( 1725 йыл — 7-се апрель, 1789 йыл ), ( ғосманса عبد الحميد اول‎ — Abd ül-Hamîd-i evvel, төрөксәBirinci Abdülhamit), Ғосман империяһының 27-се солтаны. Ул — солтан Әхмәт III-сенең улы, 1774-се йылдың 21-се ғинуарында ағаһы Мостафа III-сенән һуң тәхеткә ултыра.

Оҙайлы ваҡыт дауамында һарайҙа дәүләт эштәренән ситтә тороу Ғабдул-Хәмитте диндар, Хоҙайҙан ҡурҡыусы һәм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә яй кешегә әйләндерә. Уның тәхеттә ултырыуы ваҡытында дәүләттең иҡтисади сығанаҡтары янычарҙарға ғәҙәти хеҙмәт хаҡын түләргә аҡса етмәҫлек дәрәжәгә барып етә.

Ғәбделхәмит солтан тәхеткә ултырғандан һуң бер йыл да үтмәй, Рәсәй менән һуғыш башлана. Төрөктәр Козлуджа янында еңелә һәм 1774 йылдың 21 июлендә Көсөк-Ҡайнарсы солох килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр була. Был килешеүгә ярашлы, Рәсәйгә Ҡара диңгеҙҙә хәрби-диңгеҙ флоты булдырырға, Балҡан һәм Ҡырым ярымутрауҙарында йәшәгән Ғосман империяһының мосолман булмаған халҡына үҙ тәьҫирен йәйергә хоҡуҡ бирелә.

Етди еңелеүҙәр Ғәбделхәмитте административ һәм хәрби реформалар үткәрергә мәжбүр итә.

Сирияла һәм Мореяла баш күтәреүселәргә ҡаршы көрәштә ҡайһы бер уңыштар Рәсәй тулыһынса үҙ ҡарамағына алырға ниәтләгән Ҡырымды юғалтыуҙы ҡаплау алмай. 1787-се йылда Рәсәй менән ҡабаттан һуғыш башлана. Был һуғышта 1788-се йылдан Австрия ла ҡатнаша. Әммә Австрия императоры Иосиф II тулыһынса Бөйөк Екатерина II яғында була һәм уның Ҡырымға еңеүле һөжүменә булышлыҡ итә. 1788-се йылда Рәсәй Очаков ҡалаһын тартып ала.

Солтан Ғәбделхәмит I, Очаковтың ҡолауынан уң 4 ай үткәс, 64 йәштә апоплексия һуғыуынан вафат була.

  • Иҫкәрмәләр

Иҫкәрмәләр

Other Languages
Afrikaans: Abdülhamid I
azərbaycanca: I Əbdülhəmid
български: Абдул Хамид I
brezhoneg: Abdülhamit I
bosanski: Abdul Hamid I
català: Abdul Hamid I
čeština: Abdulhamid I.
English: Abdul Hamid I
español: Abdul Hamid I
français: Abdülhamid Ier
hrvatski: Abdul Hamid I.
Bahasa Indonesia: Abdul Hamid I
italiano: Abdul Hamid I
ქართული: აბდულჰამიდ I
қазақша: I Әбділхамит
latviešu: Abdulhamids I
македонски: Абдул Хамид I
Bahasa Melayu: Abd-ul-Hamid I
Nederlands: Abdülhamit I
پنجابی: عبدالحمید ۱
português: Abd-ul-Hamid I
română: Abdul-Hamid I
русский: Абдул-Хамид I
srpskohrvatski / српскохрватски: Abdul Hamid I
slovenčina: Abdülhamid I.
српски / srpski: Абдул Хамид I
Türkmençe: Abdulhamit I
Türkçe: I. Abdülhamid
українська: Абдул-Гамід I
oʻzbekcha/ўзбекча: Abdulhamid I
Tiếng Việt: Abdul Hamid I
Bân-lâm-gú: Abdul Hamid 1-sè