Ядро ҡоралы

Ядро ҡоралы
Рәсем
Викимедиа исемлегеВикипедия:Һәр тел бүлегендә булырға тейеш мәҡәләләр исемлеге
Commons-logo.svg Ядро ҡоралы Викимилектә
Взрыв однофазной ядерной бомбы мощностью 23 кт. Полигон в Неваде (1953 год)

Я́дро ҡоралы — бөтә ядро боеприпастары, уларҙы тейеш урынға алып барыу һәм улар менән идара итеү ҡоролмалары. Биологик, химик ҡорал менән бер рәттән күпләп ҡырыу ҡоралдары иҫәбенә инә. Ядро боеприпасы — ядро энергияһының ауыр ядролар бүленеше сылбырлы ядро реакцияһы, йә иһә еңел ядролар синтезы термоядерлы реакция ваҡытында бүленеп сығыусы энергияны ҡулланыусы шартлатыу ҡоролмаһы.

Эшләү принципы

Ядро ҡоралының эшләүе ядро шартлатыу ҡоролмаһы шартлау энергияһын ҡулланыуға ҡоролған. Шартлау энергияһы идара итеп булмай торған лавина кеүек барған ауыр ядролар сылбырлы реакцияһы, йә термоядро синтезы реакцияһы һөҙөмтәһендә бүленеп сыға.

Ядро шартлау ҡоролмалары

Тәбиғәттә ядролары сылбырлы бүленеүгә һәләтле булған матдәләр бар. Ядро ҡоралында Уран-235 йәки Плутоний-239 ҡулланыла.

Уран элементының тәбиғәттә өс изотобы бар: U (тәбиғи урандың 99,2745 % ), U (0,72 %) һәм 234 U (0,0055 %). Тик 235U изотобы ғына сылбырлы ядро бүленеү реакцияһына һәләтле. Ядро бомбаһында 235U изотобы 80 %-тан да кәм булмаҫҡа тейеш. Шуға күрә ҡорал өсөн етештерелгән уран байытылырға тейеш.

Байытыу процессына альтернатива булараҡ Плутоний-239 бомбаһын эшләргә була. Плутоний тәбиғәттә осрамай, был элементты яһалма юл менән 238U изотобын нейтрон нурланышында тарҡатып алырға мөмкин. Технологик яҡтан был нурланыш ядро реакторҙарында башҡарыла. Нурландырылғандан һуң составында яңы барлыҡҡа килгән плутоний булған уранды радиохимия заводына ебәрәләр, был заводта плутонийҙы химик юл менән айырып алалар.Реакторҙың нурланышын кәрәкле плутоний изотобы алырға көйләйҙәр.

Other Languages
Afrikaans: Kernwapen
Alemannisch: Kernwaffe
aragonés: Arma nucleyar
العربية: سلاح نووي
asturianu: Arma nuclear
azərbaycanca: Nüvə silahı
žemaitėška: Kondoulėnis gėnklos
беларуская: Ядзерная зброя
беларуская (тарашкевіца)‎: Ядзерная зброя
български: Ядрено оръжие
brezhoneg: Arm nukleel
català: Arma nuclear
čeština: Jaderná zbraň
Cymraeg: Arf niwclear
Deutsch: Kernwaffe
Ελληνικά: Πυρηνικό όπλο
Esperanto: Atombombo
español: Arma nuclear
eesti: Tuumarelv
euskara: Bonba nuklear
suomi: Ydinase
français: Arme nucléaire
Frysk: Kearnwapen
贛語: 核武器
galego: Arma nuclear
गोंयची कोंकणी / Gõychi Konknni: अणुबॉंब
हिन्दी: परमाणु बम
interlingua: Arma nuclear
Bahasa Indonesia: Senjata nuklir
íslenska: Kjarnorkuvopn
italiano: Arma nucleare
日本語: 核兵器
Basa Jawa: Gaman nuklir
қазақша: Ядролық қару
한국어: 핵무기
Lëtzebuergesch: Atomwaff
latviešu: Kodolieroči
македонски: Нуклеарно оружје
മലയാളം: ആണവായുധം
Bahasa Melayu: Senjata nuklear
မြန်မာဘာသာ: အဏုမြူ လက်နက်
नेपाली: परमाणु बम
नेपाल भाषा: आणविक ल्वाभः
Nederlands: Kernwapen
norsk nynorsk: Atomvåpen
occitan: Arma nucleara
ਪੰਜਾਬੀ: ਨਿਊਕਲੀ ਬੰਬ
Pälzisch: Kärnwaff
پنجابی: ایٹم بمب
português: Bomba nuclear
română: Armă nucleară
संस्कृतम्: अण्वस्त्रम्
سنڌي: ائٽم بم
srpskohrvatski / српскохрватски: Nuklearno oružje
Simple English: Nuclear weapon
slovenčina: Jadrová zbraň
slovenščina: Jedrsko orožje
српски / srpski: Нуклеарно оружје
Seeltersk: Käädenwoape
Basa Sunda: Pakarang nuklir
svenska: Kärnvapen
Kiswahili: Bomu la nyuklia
తెలుగు: అణ్వాయుధం
Türkçe: Nükleer silah
татарча/tatarça: Атом-төш коралы
українська: Ядерна зброя
oʻzbekcha/ўзбекча: Yadro quroli
Tiếng Việt: Vũ khí hạt nhân
吴语: 核武器
中文: 核武器
Bân-lâm-gú: He̍k-chú bú-khì
粵語: 核武