Эмили Болч

Эмили Болч
Рәсем
Затыҡатын-ҡыҙ
ГражданлығыFlag of the United States.svg Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө8 ғинуар 1867()[1][2] (94 йәш)
Вафат булған урыныБөйөк Британия, Англия, Кембридж[d]
Һөнәр төрөиҡтисадсы, педагог, университет профессоры, социолог, профсоюз эшмәкәре, журналист, пацифист, пацифист
Эшмәкәрлек төрөИҡтисад
Эш биреүсеКолледж Уэллсли[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһыWomen's International League for Peace and Freedom[d]
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

Нобель тыныслыҡ премияһы[d] (1946)

Уҡыу йортоБрин-Мор-колледж[d]
Commons-logo.svg Эмили Болч Викимилектә

Эмили Грин Болч (ингл. Emily Greene BalchEmily Greene Balch, 8 ғинуар 1867(18670108), Бостон, Массачусетс, АҠШ — 9 ғинуар 1961) — Америка иҡтисадсыһы, пацифист, тыныслыҡ буйынса 1946 йылғы Нобель премияһы лауреаты.

Биографияһы

Эмили Грин Болч абруйлы адвокат һәм педагог Фрэнсис Вернье Болч ғаиләһендә икенсе бала була. 1889 йылда Брин Мар колледжын тамамлай, шунан ике йыл Парижда Сорбоннала уҡый. Унда Францияның фәҡир ҡатламдарына булышлыҡ итеүгә арналған тикшеренеү үткәрә. АҠШ-ҡа ҡайтҡас, Чикагоның Гарвард университетында уҡыуын дауам итә. Белем алыуҙы 1896 йылда Берлин университетында тамамлай.

Ошо уҡ йылды Уэллсли колледжында уҡыта башлай, ошонда уға 1913 йылда иҡтисад һәм социология профессоры исеме бирелә. Төплө белемле уҡытыусы була, студенттарға материалды аңлайышлы итеп еткерә, шулай уҡ бай тормош тәжрибәһенә эйәлеге, энергиялы булыуы, йәберләнгәндәрҙең хәлен аңлай белеүе менән абруй яулай. Болч ҡатын-ҡыҙҙарға һайлау хоҡуғы бирелеүе, расалар тиңлеге, балалар хеҙмәтен контролдә тотоу, хеҙмәтсәндәрҙең эш хаҡын күтәреү өсөн көрәш хәрәкәттәрендә ҡатнаша. Америка Хеҙмәт федерацияһы эргәһендәге Профессиональ союздарҙың Ҡатын-ҡыҙҙар лигаһы лидеры була. 1910 йылда уның «Ватандаштарыбыҙ — славяндар» (ингл. Our Slavic Felow-CitizensOur Slavic Felow-Citizens) тигән китабы — АҠШ-тағы славян иммигранттарына арналған тикшеренеүе — нәшер ителә.

1915 йылда, Беренсе донъя һуғышы башланып бер йыл үткәс, Болч Америка делегацияһы составында Гаагалағы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар конгресында ҡатнаша. 1918—1922 йылдарҙа Халыҡ-ара тыныслыҡ һәм азатлыҡ өсөн ҡатын-ҡыҙҙар лигаһының секретарь-казначейы була. 1921 йылда Эмили Болч квакерҙар дини ойошмаһы ағзаһы була. 1926 йылда ул оккупацияланған Гаитиҙа социаль шарттарҙы тикшереү менән шөғөлләнә, Америка хөкүмәтенә ғәскәрҙәрен сығарырға һәм ерҙе төп халыҡҡа милеккә бирергә тәҡдим итә. Икенсе донъя һуғышы барғанда ул ҡасаҡтарға ярҙам итә. 1941 йылда Пёрл-Харборҙы атакалау АҠШ-тың нейтралитеты тураһында Болчтың фекерен үҙгәртә һәм ул илдең һуғышҡа ҡушылыуын яҡлап сыға. Хиросима һәм Нагасаки ҡалаларына атом бомбаһы ташлауҙан һуң ул ядро ҡоралын тыйыу өсөн сығыш яһай.

1946 йылда «тыныслыҡ хаҡына күп йыллыҡ арымаҫ-талмаҫ хеҙмәте өсөн» Эмили Грин Болч Нобелдең тыныслыҡ премияһына лайыҡ була, награданы Джон Мотт менән уртаҡлаша. 1961 йылдың 9 сентябрендә 95-се йәшендә вафат була.

Other Languages
беларуская: Эмілі Грын Болч
беларуская (тарашкевіца)‎: Эмілі Грын Болч
български: Емили Грийн Болч
Bahasa Indonesia: Emily Greene Balch
Bahasa Melayu: Emily Greene Balch
Nederlands: Emily Greene Balch
norsk nynorsk: Emily Greene Balch
português: Emily Greene Balch
Simple English: Emily Greene Balch
slovenščina: Emily Greene Balch
српски / srpski: Emili Grin Bolč
Kiswahili: Emily Balch
татарча/tatarça: Эмили Болч
українська: Емілі Грін Болч
Tiếng Việt: Emily Greene Balch