Химик элементтарҙың периодик системаһы

Химик элементарҙың периодик таблицаһы, (Д. И. Менделеевтың периодик системаһы) — химик элементтарҙың үҙенсәлектәрен атом ядроһы заряды менән бәйле квалификациялау. Система, 1869 йылда урыҫ химигы Д. И. Менеделеев асҡан периодик закондың, график һүрәтләмәһе булып тора. Уның беренсе вариантын Д. И. Менделеев 1869—1871 йылдарҙа төҙөгән. Химик элементтарҙың атом ауырлығына (хәҙергесә: атом массаһына) бәйле химик үҙенсәлектәре уҙгәререүен һүрәтләгән таблица. Барлығы периодик таблицаның бер нисә йөҙ варианты тәҡдим ителгән [1]. Периодик система өсөн ике үлсәмле таблица ҡабул ителгән. Таблицаның бағаналары (группа) элементтың төп физик-химик үҙенсәлеген күрһәтә, ә таблицаның юлдары период үҙмә-эҙлеклеген (ҡабатланыуын) күрһәтә.

Асыу тарихы

XIX быуат уртаһына 63 химик элемент булыуы билдәле була. Химик элементтарҙы бер системаға бер нисә мәртәбә төҙөп ҡарайҙар. 1829 йылда Дёберейнер "Триада законы"н аса: химик үҙенсәлектәре оҡшаш булған элементтарҙың атом ауырлығы ике яҡ күрше элементтарҙың уртаса арифметик атом ауырлығына тигеҙ. Химик элементтарҙы атом ауырлығы буйынса беренсе мәртәбә Александр Эмиль Шанкуртуа (1862) төҙөп ҡарай. Ул элементтарҙы винт формаһындағы баҫҡысҡа теҙә һәм элементтарҙың үҙенсәлеге циклик рәүештә ҡабатланыуын билдәләй. Ике модельда ғилми йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итмәй.

1866 йылда периодик системаның үҙ вариантын химик һәм музыкант Джон Александр Ньюлендс тәҡдим итә. Уның «октава законы» Менделеев таблицаһын хәтерләтә, әммә таблицала мистик музыкаль гармония эҙләү үҙен аҡламай. Был йылдарҙа тағы бер нисә тапҡыр периодик таблицаны төҙөп ҡарайҙар.

Д. И. Менделеев үҙенең таблицаһының беренсе вариантын 1869 йылда Урыҫ химия йәмғиәте журналында «Химик элементтарҙың атом ауырлығын үҙенсәлеге менән сағыштырыу» мәҡәләһендә яҙып сыға, 1869 йылдың февралендә асыш тураһында донъя химиктарына хәбәр ебәрелә.

Легенда буйынса Д. И. Менделеев периодик системаны төшөндә күрә, әммә уның периодик системаны нисек астығыҙ тигән һорауға «Мин был турала егерме йылға яҡын уйланып йөрөнөм, ә һеҙ ти генә әҙер законды уйлап сығарған, тип әйтәһегеҙ», тип яуап биргәне билдәле.

Карточкаға элементтың үҙенсәлектәрен яҙып Менделеев карточкаларҙы бер нисә тиртиптә теҙеп карай. Тикшереү нәтижәһе булып 1869 йылда Рәсәй һәм сит ил фәнни учреждениеларына ебәргән 19 горизонталь рәттән (хәҙерге группалар), һәм 6 вертикаль бағананан торған (хәҙерге периодтар) таблица булып тора. 1870 йылда «Основы химии» журналында һелтеле металдарҙан башланып галогендар менән бөткән периодик система вариантын тәкдим итә. Һәр период ике рәткә бүленә, группа бәләкәй группаға бүленә.

Менделеев таблицаһының әһәмиәте элементтың атом массаһы үҫеү менән үҙенсәлеге периодик рәүештә ҡабатлана. Мәҫәлән, натрий калийға оҡшаған, фтор хлорға оҡшаған, алтын көмөш менән баҡырға оҡшаған. Әлбиттә, үҙенсәлектәре теүәл ҡабатланмай, үҙгәрә бара. Менделеев, башҡа тикшереүселәрҙән айырмалы булараҡ, элементтарҙы атом ауырлығы буйынса һәм химик оҡшашлығы буйынса классификациялай. Периодик система тулы булһын өсөн Менделеев бер нисә элементтың атом массаһын төҙәтә (мәҫәлән, бериллий, индий, уран, торий, церий, титан, иттрий). Таблицала асылмаған элементтар өсөн бер нисә буш оя ҡалдыра.

Периодик система үенең фәнни ышаныслылығын тиҙҙән иҫбат итә. 1875—1886 йылдарҙа билдәле булмаған элементтар галлий (экааллюминий), скандий (экабор) һәм германий (экасилиций) асыла. Менделеев уларҙын атом массаһын һәм физик-химик үҙенсәлектәрен таблицаһында яҙған була.

XX быуат башында, атом төҙөлөшө асылғас, период атом ауырлығы буйынса түгел, ә атом ядроһы заряды менән бәйле икәне асыҡлана. Элементың үҙенсәлеген тышҡы орбиталағы электрондар билдәләй.

Other Languages
Acèh: Drah kimia
Afrikaans: Periodieke tabel
Alemannisch: Periodensystem
العربية: جدول دوري
asturianu: Tabla periódica
Boarisch: Periodnsystem
беларуская (тарашкевіца)‎: Пэрыядычная сыстэма хімічных элемэнтаў
বিষ্ণুপ্রিয়া মণিপুরী: পর্যায় সারণী
Mìng-dĕ̤ng-ngṳ̄: Nguòng-só ciŭ-gĭ-biēu
Cymraeg: Tabl cyfnodol
ދިވެހިބަސް: ޕީރިއަޑިކް ތާވަލު
Esperanto: Perioda tabelo
Gàidhlig: Clàr pillteach
ગુજરાતી: આવર્ત કોષ્ટક
客家語/Hak-kâ-ngî: Ngièn-su chû-khì-péu
Fiji Hindi: Periodic table
Bahasa Indonesia: Tabel periodik
íslenska: Lotukerfið
日本語: 周期表
Gĩkũyũ: Metha Njokereri
한국어: 주기율표
lumbaart: Taula periodica
Baso Minangkabau: Tabel periodik
Bahasa Melayu: Jadual berkala
Plattdüütsch: Periodensystem
नेपाल भाषा: तत्त्वमां
Nederlands: Periodiek systeem
norsk nynorsk: Periodesystemet
Papiamentu: Mesa periodiko
Piemontèis: Tàula periòdica
português: Tabela periódica
tarandíne: Tavele Periodiche
srpskohrvatski / српскохрватски: Periodni sistem elemenata
Simple English: Periodic table
српски / srpski: Периодни систем
Sranantongo: Periodiki sistemi
Basa Sunda: Tabél periodik
Kiswahili: Mfumo radidia
Türkçe: Periyodik tablo
oʻzbekcha/ўзбекча: Kimyoviy elementlar davriy sistemasi
Tiếng Việt: Bảng tuần hoàn
West-Vlams: Periodiek système
Bân-lâm-gú: Chiu-kî-piáu