Терракотанан яһалған армия

Терракоттанан яһалған һалдат менән ат
Цинь музейы

Терракотанан яһалған армия (ҡытай |兵馬俑|兵马俑|bīngmǎ yǒng|бинма юн) — Ҡытайҙа император Цинь Ши Хуан мавзолейы янында ерләнгән терракотанан яһалған ҡытай яугирҙары скульптуралары. Был скульптуралар егерме быуат элек эшләнгән һәм Сиань ҡалаһы янында ергә күмелгән булған. 1974 йылда фермерҙар һыу ҡойоһо ҡаҙыған ваҡытта табылалар. Меңдәрсә яугир һәм ат фигуралары табыла. Һуңға мәғлүмәт буйынса 6000, һәм меңдәрсәһе әле ҡаҙып алынмаған.

Ҡытай тарихсыһы Сыма Цянь белделеүенсә, Цинь Ши Хуан Б. Э.Т 221 йылда Ҡытайҙың беренсе императоры булғанға тиклем был армияны төҙөргә ҡушҡан. Эштәр Б. Э.Т 247 йылда Цинь король булғас башлана [1]. Был фигуралар Цинь үлгәс, теге донъяла уны һаҡлау өсөн эшләнә. Ул Б. Э.Т 210 йылда вафат була. Ер аҫтындағы ҡаланы 700,000 эшсе төҙөй. Ҡала байлыҡ менән тултырылған һәм матур итеп биҙәлгән була. Ҡытай хөкүмәтенең ер аҫтындағы һарайҙы ҡаҙып алырға пландары юҡ.

Һәр яугир балсыҡтан эшләнгән. Уларҙың оҙонлоғо 2-шәр метр, армия командирҙары тағы ла бейегерәк. Скульптуралар шул тиклем ентекләп эшләнгән, уларҙың һәр береһенең йәшен, чинын һәм индивидуаллеген билдәләп була. Бер-береһенә оҡшаған ике һалдат юҡ. Ҡайһы берҙәре кинжал, уҡ, йәйә, ҡылыс, һөңгө менән коралланған.

Йыйыу конвейеры

Терракотта фигуралары оҫтаханала эшләнгән. Баш, аяҡ-ҡулдар, кәүҙә айырым эшләнгән һәм аҙаҡ йыйылған [2]. Тикшереүҙәр битте эшләү өсөн 8 форма булған икәнен күрһәтә. Битте ҡойғас, балсыҡтан ҡабатланмаҫ индивидуыллеген эшләп ҡуйғандар [3]. Барыһын да бергә йыйғас, мимика өҫтәп ҡуйғандар.

Аяҡтары ла ошондай ысул менән эшләнгән. Был ысул туҡтауһыҙ эшләргә мөмкинлек биргән. Балсыҡ фигураларҙы яндырғандар. Һәр оҫтахана фигураларға үҙ билдәләрен ҡуйған. Һәр фигура үҙ хәрби формированиеһында дәрәжәһенә ҡарап үҙ соҡорона күмелгән.

Other Languages
azərbaycanca: Terrakota ordusu
беларуская: Тэракотавая армія
Esperanto: Terakota armeo
hrvatski: Vojska terakota
Bahasa Indonesia: Pasukan terakota
íslenska: Leirherinn
日本語: 兵馬俑
한국어: 병마용
Lëtzebuergesch: Terracotta-Arméi
latviešu: Terakotas armija
македонски: Теракотна војска
Bahasa Melayu: Tentera Terracotta
မြန်မာဘာသာ: မြေရုပ်စစ်တပ်
Nederlands: Terracottaleger
norsk nynorsk: Terrakottahæren
srpskohrvatski / српскохрватски: Vojska od terakote
Simple English: Terracotta Army
slovenčina: Terakotová armáda
Türkçe: Toprak Askerler
татарча/tatarça: Терракота гаскәре
українська: Теракотова армія
Tiếng Việt: Đội quân đất nung
粵語: 兵馬俑