Телефон

1940 йылғы телевон аппараты
1896 йылғы Швеция телефоны
Магнето генераторы ҡул менән әйләндерә торған ағас телефон.
Стенаға эленә торған аппарат
Хәҙәерге заман ашығыс элемтә телефоны
Хәҙерге заман кеҫә телефоны

Телефон ( бор. грек. τῆλε «йыраҡ» һәм φωνή «тауыш») — алыҫ арала урынлашҡан ике йәки бер нисә кешеге һөйләшеү өсөн тауыш тапшырыусы телекоммуникация сараһы. Телефон кеше тауышын кабель, йәки башҡа электр сигналын тапшырыу сараһы аша йыраҡ араға тапшырыу өсөн, электр сигналына әйләндерә, икенсе ҡулланыусыла электр сигналын тауышҡа әйләндерә.

1876 йылда Александр Грэхем Белл беренсе тапҡыр тауыш тапшырыу ҡоролмаһына патент ала. Был инструмент һуңыраҡ күп тапҡыр камиллаша. Телефон тарихта бер-береһенән алыҫтағы кешеләргә туранан-тура һөйләшергә мөмкинлек биргән аппарат була. Бөгөн телефон бизнеста, дәүләт эшендә алыштырғыһыҙ һәм көнкүрештә күп ҡулланылған техника булып ҡала.

Һөйләү өсөн микрофон һәм алыҫта тауышты тыңлау өсөн наушниктар телефондың төп өлөштәре булып тора. Өҫтәмә рәүештә телефонда һөйләшергә теләүсе бар икәнен белдерә торған ҡыңғырау һәм икенсе аппараттың номерын йыйыу өсөн диск менәе йыһазландырыла.1970 йылдан һуң күпселек телефондарҙа әйләне торған диск ҡулланылмай, телефон трубкаһы1963 йылда DTMF эшләгән төмәле номер йыйыу йыһазы менән алыштырыла. Ғәҙәттә, микрофон һәм наушник телефон трубкаһына ҡуйыла. Номер йыйғыс телефон трубкаһына ҡуйыла, йәки база аппаратҡа ҡуйыла. Микрофон тауышты электр сигналына әйләндерә һәм телефон сымдары аша ҡабул итеүсе аппаратка тапшыра. Ҡабул итә торған аппараттын наушниктарында электр сигналдары ишетелә торған тауышҡа әйләндерелә.

Стационар телефондарҙа электр сымдары ярҙамында бәйләнгән, кеҫә телефондары радиоэлемтә ярҙамында бәйләнеш булдыра.

Тарихы

Электр телефон аппаратына тиклем «телефон» термины башҡа уйлап табылған әйберҙәргә ҡарата ҡулланылған, һәм электр аппаратын уйлап табыусылар телефон тип атамаған. Елкәнле кәмәләр менән элемтә ҡоролмаһын 1844 йылда капитан Джон Тейлор уйлап сығара. Был ҡоролмала файҙаланылған дүрт борғо томанлы көндә суднолар [1] Һуңыраҡ, 1860 йылда Иоганн Филипп Рейс был терминда үҙенең Рейс телефоны өсөн ҡуллана, был тауышты электр сигналына әйләндерә торған беренсе аппарат була, телефон һүҙе күпселек телдәр лексикаһына инә.Грек телендә Greek: τῆλε, tēle, «йыраҡ» һәм φωνή, phōnē, «тауыш» тигәнде аңлата, йәғни йыраҡтағы тауыш тигәнде аңлата.

Белл Нью-Йорк һәм Чикаго араһында беренсе телефон бәйләнеше булдыра, 1892 йыл.

Электр телефонын уйлап табыусыны билдәләү әленән-әле ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Радио, телевизор, лампочка һәм компьютер уйлап тапҡан кеүек, тауышты сым буйынса тапшырыуҙа ла бер нисә кеше эшләй, бер-береһенң идеяһын байырта һәм яңырта. Телефонды кем беренсе уйлап тапҡан тигән бәхәс яңырып тора. Чарльз Борсеур, Антонио Мауси, Иоганн Филипп Рейс, Александр Грэхем Белл, һәм Грей Елисей һәм башҡалар асышты үҙҙәренеке тип белдерә [2]

Александр Грэхем Беллға 1876 йылда беренсе электр телефоны өсөн АҠШ тауар патенты бирелә. [3] Белл патенты көрәштә еңә һәм коммерцияла хәл иткес була. Белл алған патент беренсе төп патент була, бынан һуң телефон аппаратына патенттар күпләп бирелә . [4]

Телефон уйлап табылғас, 1876 йылда венгр инженеры Тивэдэр Паскас телефон станциялары һәм селтәрҙәре төҙөү өсөн тоташтырғыс уйлап таба [5]

Үҫеше

  • 1844 — Инноченцо Манцетти тәүҙә «һөйләшә торған телеграф» йәки телефон. 'Һөйләшә торған телеграф' һәм 'тауышлы телеграф' яңы , 'телефон' исемен менән алыштырыла.
  • 1854 йылдың 26 августы — Чарльз Борсеул L'Illustration (Paris) журналында «Transmission électrique de la parole» (һөйләмде электр ярҙамында тапшырыу) тигән мәҡәләһен баҫып сығара, Йохан Райс аппаратына шылтыратыу тураһында яҙа.
  • 1861 йылдың 26 октябре — Йохан Райс (1834—1874) Франфурт физика йәмғиәте алдында үҙе эшләгән телефон аппаратын күрһәтә.
  • 1865 йылдың 22 августы, La Feuille d’Aoste гәзите хәбәр итеүенсә «Манцетти әфәнде һөйләгән һүҙҙе телеграф сымдары аша тапшырыу ысулын күрһәткән тигән хәбәр йөрөй, инглиз техниктары бер нисә шәхси телефон линияһы төҙөргә ҡарар иткән». Әммә Белл телефоны менән Англия 1876 йылға тиклем таныш булмай.
  • 1871 йыдың 28 декабре — Антонио Меуччи америка патент бюроһына протест ебәрә, ике кешегә һөйләшеү өсөн «тауышлы телеграф» булыуы турыһында хәбәр ителә. Был протест, киләсәктә асыш өсөн киҫәтеү итеп бирелгәне асыҡлана.
  • 1875 йылдың 6 апреле «Электр телеграфында шылтыратыуҙы тапшырыусы һәм ҡабул итеүсе ҡоролмалар» тигән патент Беллға бирелә.
  • 11876 йылдың 11 феврале — Грей шыйыҡ телефон тапшырғысы уйлап таба, әммә уны эшләп булмай.
  • 1876 йылдың 14 феврале — Элиша Грей телеграф схемаһы аша кеше тауышын тапшырыу асышы өсөн патент ала.
  • 1876 йыл — Александр Белл «Яҡшыртылған телеграф» өсөн патент һорай, яңы телефонда амплитуда модуляцияһы ҡулланыла.
  • 1876 йылдың 7 марты — Белл электр тогын тауыш тулҡыны кеүек тибрәлтеп йыр һәм башҡа тауышты тапшырыу өсөн «Яҡшыртылған телеграф» тигән патент ала.
  • 1876 йылдың 10 марты — тауыш беренсе тапҡыр уңышлы тапшырыла. Белл трубкаға «Ватсон әфәнде банда килегеҙ, һеҙҙе күрәһем килә» тип әйтә. Ватсон һәр һүҙҙе асыҡ ишетә.
  • 1877 йылың 30 ғинуары — даими магнит, тимер диафрагмалар, ҡыңғырыуы булған телефонға Белл патент ала.
  • 1877 йылдың 27 апреле — Эдисон углеродлы тапшырғыс өсөн патент ала.
Other Languages
Afrikaans: Telefoon
Alemannisch: Telefon
አማርኛ: ስልክ
aragonés: Telefón
Ænglisc: Feorrspreca
العربية: هاتف
ܐܪܡܝܐ: ܙܥܘܩܐ
مصرى: تليفون
asturianu: Teléfonu
azərbaycanca: Telefon
تۆرکجه: تلفون
žemaitėška: Tilipuons
беларуская: Тэлефон
беларуская (тарашкевіца)‎: Тэлефон
български: Телефон
भोजपुरी: टेलीफोन
বাংলা: টেলিফোন
brezhoneg: Pellgomz
bosanski: Telefon
català: Telèfon
Mìng-dĕ̤ng-ngṳ̄: Diêng-uâ
нохчийн: Телефон
Tsetsêhestâhese: Aseéestsestôtse
کوردی: تەلەفۆن
čeština: Telefon
Чӑвашла: Телефон
Cymraeg: Ffôn
dansk: Telefon
Deutsch: Telefon
Thuɔŋjäŋ: Cɔ̈tmec
Zazaki: Têlefon
Ελληνικά: Τηλέφωνο
English: Telephone
Esperanto: Telefono
español: Teléfono
eesti: Telefon
euskara: Telefono
فارسی: تلفن
suomi: Puhelin
Võro: Telehvon
français: Téléphone
Frysk: Telefoan
Gaeilge: Guthán
贛語: 電話
Gàidhlig: Fòn
galego: Teléfono
Avañe'ẽ: Pumbyry
Gaelg: Çhellvane
עברית: טלפון
हिन्दी: दूरभाष
hrvatski: Telefon
Kreyòl ayisyen: Telefòn
Հայերեն: Հեռախոս
interlingua: Telephono
Bahasa Indonesia: Telepon
Interlingue: Telefon
Iñupiak: Uqautitaun
íslenska: Sími
italiano: Telefono
日本語: 電話機
Patois: Telifuon
la .lojban.: fonxa
Basa Jawa: Tilpun
ქართული: ტელეფონი
қазақша: Телефон
kalaallisut: Oqarasuaat
ភាសាខ្មែរ: ទូរស័ព្ទ
ಕನ್ನಡ: ದೂರವಾಣಿ
한국어: 전화
къарачай-малкъар: Телефон
कॉशुर / کٲشُر: ٹیلِفون
Ripoarisch: Tellefoon
Kurdî: Telefon
Latina: Telephonum
Ladino: Telefon
Lëtzebuergesch: Telefon
Limburgs: Tillefoean
lingála: Ebengeli
lietuvių: Telefonas
latviešu: Telefons
Malagasy: Telefaonina
македонски: Телефон
മലയാളം: ടെലിഫോൺ
मराठी: दूरध्वनी
Bahasa Melayu: Telefon
မြန်မာဘာသာ: တယ်လီဖုန်း
Nāhuatl: Huehcacaquiztli
Napulitano: Telèfene
Nedersaksies: Tillefoon
नेपाली: टेलिफोन
Nederlands: Telefoontoestel
norsk nynorsk: Telefon
norsk: Telefon
occitan: Telefòn
Livvinkarjala: Telefon
ਪੰਜਾਬੀ: ਟੈਲੀਫ਼ੋਨ
Deitsch: Foohn
Pälzisch: Telefon
polski: Telefon
Piemontèis: Teléfon
پنجابی: ٹیلی فون
پښتو: غږلېږدی
português: Telefone
Runa Simi: Karu rimay
română: Telefon
armãneashti: Telefonu
русский: Телефон
русиньскый: Телефон
संस्कृतम्: दूरवाणी
саха тыла: Төлөппүөн
sicilianu: Telèfunu
Scots: Telephone
srpskohrvatski / српскохрватски: Telefon
සිංහල: දුරකථනය
Simple English: Telephone
slovenčina: Telefón
slovenščina: Telefon
Gagana Samoa: Telefoni
chiShona: Runhare
Soomaaliga: Taleefoon
shqip: Telefoni
српски / srpski: Телефон
Basa Sunda: Telepon
svenska: Telefon
Kiswahili: Simu
தமிழ்: தொலைபேசி
తెలుగు: టెలీఫోను
тоҷикӣ: Телефон
Tagalog: Telepono
Türkçe: Telefon
татарча/tatarça: Телефон
українська: Телефон
اردو: فون
oʻzbekcha/ўзбекча: Telefon
vepsän kel’: Telefon
Tiếng Việt: Điện thoại
walon: Telefone
Winaray: Telepono
吴语: 电话
მარგალური: ტელეფონი
ייִדיש: טעלעפאן
中文: 电话
文言: 電話
Bân-lâm-gú: Tiān-ōe
粵語: 電話