Пар машинаһы

Завод механизмдарын хәрәкәткә килтереүсе ике цилиндрлы горизонталь пар машинаһы. XIX быуат аҙағы. Индустрия Мәҙәниәте музейы экспонаты. Нюрнберг

Пар маши́наһы — һыу пары энергияһын механик эшкә әйлендереүсе тышҡы яныулы йылылыҡ двигателе. Поршендың ҡайтмалы йөрөш хәрәкәтен валдың әйленәү хәрәкәтенә әүерелә.

Киң мәғәнәлә пар машинаһы — һыу пары энергияһын механик энергияға әйләндереүсе йылылыҡ двигателе[1].

Беренсе пар машинаһын XVII быуатта Папен эшләгән. Ул эшләгән машинала цилиндр эсендәге поршенды һыу пары өҫкә күтәргән, һыу пары һыуынып ҡуйырғас поршень аҫҡа төшкән. Ошо уҡ принципта эшләй торған пар машинаһын 1705 йылда Ньюкомен рудникта йыйылған һыуҙы һурып алыу өсөн эшләгән. Пар машинаһы конструкцияһын 1769 йылда Ваттом (Уатт) камиллаштыра. Пар машинаһының ҡеүәте Ваттарҙа үлсәнә.

Эшләү принцибы

Пар машинаһының эшләү схемаһы
Юғары баҫымлы бер цилиндрлы горизонталь пар машинаһы схемаһы.Әйләнеү хәрәкәте тапшырыусы ҡайыш ярҙамында башҡарыла:
1 — Поршень
2 — Шток (двигатель поршенын ползун менән нығытып беркетеүсе цилиндр рәүешендәге стержень)
3 — Ползун (шыуып йөрөй торған машина детале)
4 — Шатун (поршень хәрәкәтен әйләнмә хәрәкәткә әүерелдерә торған деталь)
5 — Коленвал(бөгөмлө (йәки кәкре) вал)
6 — Эксцентрик (клапанды хәрәкәткә килтереүсе)
7 — Маховик (әйләнеү хәрәҡәтен тигеҙ ритм менән эшләүен тәьмин итеүсе тәгәрмәс)
8 — Золотник (пар бүлгес)
9 — Үҙәктән ҡыуғыс регулятор.

Пар ҡаҙанында пар машинаһын һәм пар турбинаһын эшләтеү өсөн юғары температуралы һәм ҙур баҫымлы һыу пары барлыҡҡа килә. Барлыҡҡа килгән пар поршенға баҫым яһап хәрәкәткә килтерә, уның хәрәкәте башҡа механизмдарға тапшырыла.

Пар машинаһының эшләү проинцибы рәсемдә күрһәтелгән. Поршень 1 хәрәкәте шток 2 (двигатель поршенын ползун менән нығытып беркетеүсе цилиндр рәүешендәге стержень)[2], ползун 3 (шыуып йөрөй тоған машина детале)[2], шатун 4 (поршень хәрәкәтен әйләнмә хәрәкәткә әүерелдерә торған деталь[3] һәм кривошип 5 (машина валын хәрәкәткә килтерә торған терһәкле механизм)ярҙамында маховик 7 беркетелгән төп валға 6 тапшырыла. Маховик 7 машиналарҙа механизмдың тигеҙ ритм менән эшләүен тәьмин итеүсе ҙур тәгәрмәс.

Төп валға ҡуйылған эксцентрик пар бүлгес золотник пар клапаны менән идара итә. Цилинд эседәге пар атмосфераға ташлана йәки конденсаторҙа йыйыла.

Цилиндр эсенә ингән пар киңәйеп поршенды күсерә. Поршендың ҡайтмалы йөрөш хәрәкәтен кривошип-шатун механихмы әйләнмә хәрәкәткә килтерә.

Other Languages
Afrikaans: Stoomenjin
Alemannisch: Dampfmaschine
aragonés: Maquina de vapor
العربية: محرك بخاري
অসমীয়া: ভাপ ইঞ্জিন
azərbaycanca: Buxar maşını
беларуская (тарашкевіца)‎: Парасілавая ўстаноўка
български: Парна машина
bosanski: Parna mašina
čeština: Parní stroj
Cymraeg: Peiriant ager
Deutsch: Dampfmaschine
Ελληνικά: Ατμομηχανή
English: Steam engine
Esperanto: Vapormaŝino
eesti: Aurumasin
euskara: Lurrun-makina
suomi: Höyrykone
Võro: Aurumoodor
Gaeilge: Inneall gaile
Gàidhlig: Inneal-smùide
हिन्दी: भाप का इंजन
hrvatski: Parni stroj
magyar: Gőzgép
Հայերեն: Շոգեմեքենա
interlingua: Motor de vapor
Bahasa Indonesia: Mesin uap
íslenska: Gufuvél
italiano: Motore a vapore
日本語: 蒸気機関
Patois: Stiim injin
Basa Jawa: Mesin uwab
қазақша: Бу машинасы
ಕನ್ನಡ: ಉಗಿಯಂತ್ರ
한국어: 증기 기관
Кыргызча: Буу машинасы
lietuvių: Garo mašina
latviešu: Tvaika dzinējs
македонски: Парна машина
മലയാളം: ആവിയന്ത്രം
монгол: Уурын машин
Bahasa Melayu: Enjin wap
नेपाल भाषा: स्टिम इन्जिन
Nederlands: Stoommachine
norsk nynorsk: Dampmaskin
norsk: Dampmaskin
português: Motor a vapor
Runa Simi: Wapsi kuyuchina
română: Motor cu abur
русиньскый: Парова машына
srpskohrvatski / српскохрватски: Parna mašina
Simple English: Steam engine
slovenčina: Parný stroj
slovenščina: Parni stroj
српски / srpski: Парна машина
svenska: Ångmaskin
Kiswahili: Injini ya mvuke
Türkçe: Buhar makinesi
татарча/tatarça: Bu yörtkeçe (maşina)
ئۇيغۇرچە / Uyghurche: ھور ماشىنىسى
українська: Парова машина
oʻzbekcha/ўзбекча: Bugʻ mashinasi
vepsän kel’: Purumašin
Tiếng Việt: Động cơ hơi nước
ייִדיש: דאמפמאטאר
中文: 蒸汽机
Bân-lâm-gú: Cheng-khì ki-koan
粵語: 蒸氣機