Парана

Парана
исп. Río Paraná, порт. Rio Paraná
Росарио янында суднолар йөрөшө
Росарио янында суднолар йөрөшө
Характеристика
Оҙонлоғо4380 км
Бассейн2 582 672 км²
Һыу сығымы17 500[1] м³/с
Һыу ағымы
Инешеҡушылған йылғалар: Паранаиба менән Риу-Гранди
 · Координаталар20°05′06″ ю. ш. 51°00′02″ з. д.HGЯЯO
ТамағыЛа-Плата
 · Бейеклеге0 м
 · Координаталар33°56′46″ ю. ш. 58°24′32″ з. д.HGЯЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейныАтлантик океан

ИлдәрБразилия Бразилия, Парагвай Парагвай, Аргентина Аргентина
Парана (Көньяҡ Америка)
Blue 0080ff pog.svg
инеше
Blue pog.svg
тамағы
Парана Викимилектә

Парана́ (исп. Paraná, порт. Paraná) — Көньяҡ Америкала оҙонлоғо буйынса (Амазонканан һуң) икенсе йылға. Бразилия, Парагвай һәм Аргентина территориялары буйлап аға. Оҙонлоғо — 4380 км. Бассейн майҙаны 2 582 672[2] км².

Йылғаның атамаһы гуарани индеецтары телендә «ҙур йылға» тип аңлатыла.[3] Башҡа версиялар буйынса гидроним «бәхетһеҙлек йылғаһы» (исп. río de la desgracia) тип аңлатылған Паранапано һүҙенән[4], йәғни «диңгеҙ әсәһе» индеецтар һүҙенән барлыҡҡа килә[5].

Гидрография

Йылға бассейны

Парана Бразилия территорияһында, Бразилия яҫы таулығының көньяҡ өлөшөндә Паранаиба һәм Риу-Гранди йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Артабан Парана йылғаһы башлыса көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә аға. Оҙонлоғо — 4380 км[3], бассейн майҙаны — 2663 мең км²; уртаса тәрәнлеге 12 м, максималь тәрәнлеге — 48 м[1]. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 17,5 мең м³/с тәшкил итеп, 6 меңдән 30 мең м³/с тиклем тирбәлергә мөмкин[1].

Үрге ағымында йылға лавалы плато аша үтә шунлыҡтан был урында бихисап тупһалар һәм шарлауыҡтар осрай. Һул ҡушылдығы Игуасу йылғаһында бейеклектәре 72 метрға барып еткән  Игуасу шарлауыҡтары урынлашҡан. Артабан Парана йылғаһы Ла-Плата уйһыулығына сыға һәм уның буйлап үҙенең тамағына тиклем аға. Иң ҙур ҡушылдығы Парагвай менән ҡушылғандан һуң Парана көньяҡҡа табан борола һәм күп кенә тармаҡтарға, ҡылымыҡтарға һәм иҫке үҙәндәргә бүленеп киңлеккә 2 километрға тиклем тарала. Дьяманте ҡалаһынан һуң тигеҙлеккә сыҡҡас, йылға 50 километрға тиклем киңәйә.

Росарио ҡалаһынан һуң йылға көньяҡ-көнсығышҡа борола, артабан яҡынса 130 км-ға һуҙылған һәм 18 км-ҙан 65-ға тиклем киңәйгән дельта барлыҡҡа килтереп Атлантик океандың Рио-де-ла-Плата эстуарий-ҡултығына ҡоя[6].

Ҙур ҡушылдыҡтары:

  • һул ҡушылдыҡтары: Тьете, Пейши, Паранапанема, Иваи, Пикири, Игуасу, Корриентес, Гуалегуай, Уругвай.
  • уң ҡушылдыҡтары: Парагвай, Сан-Хавьер, Рио-Саладо, Чоканчарава, Агуапеи.
Other Languages
Afrikaans: Río Paraná
العربية: نهر بارانا
asturianu: Ríu Paraná
azərbaycanca: Parana çayı
تۆرکجه: پارانا چایی
беларуская: Парана (рака)
беларуская (тарашкевіца)‎: Парана (рака)
български: Парана
भोजपुरी: पराना नदी
brezhoneg: Paraná (stêr)
català: Riu Paraná
čeština: Paraná (řeka)
Cymraeg: Afon Paraná
dansk: Paraná
Deutsch: Río Paraná
English: Paraná River
Esperanto: Parano
español: Río Paraná
euskara: Paraná
français: Rio Paraná
galego: Río Paraná
Avañe'ẽ: Ysyry Parana
עברית: פרנה (נהר)
हिन्दी: पराना नदी
հայերեն: Պարանա (գետ)
Bahasa Indonesia: Sungai Paraná
italiano: Paraná (fiume)
日本語: パラナ川
қазақша: Парана
한국어: 파라나강
lumbaart: Paranà (fiüm)
lietuvių: Parana
latviešu: Parana (upe)
Bahasa Melayu: Sungai Paraná
Nederlands: Paraná (rivier)
norsk nynorsk: Elva Paraná
norsk: Paraná
português: Rio Paraná
русский: Парана
srpskohrvatski / српскохрватски: Paraná (rijeka)
Simple English: Paraná River
slovenčina: Paraná (rieka)
slovenščina: Parana
српски / srpski: Парана (река)
svenska: Paranáfloden
Kiswahili: Parana (mto)
தமிழ்: பரனா ஆறு
తెలుగు: పరనా నది
Türkçe: Paraná Nehri
українська: Парана (річка)
oʻzbekcha/ўзбекча: Parana
Tiếng Việt: Sông Paraná
Winaray: Salog Paraná
中文: 巴拉那河
Bân-lâm-gú: Paraná Hô
粵語: 巴拉那河