Мысыр

Мысыр Ғәрәп Республикаһы
جمهورية مصر العربية
Джу́мхурийят Миср аль-Араби́йя
Flag of Egypt.svgCoat of arms of Egypt (Official).svg
ФлагГерб
Гимн:
EGY orthographic.svg
Дата независимости28 февраль 1922 (от Британия империяһы)
Официальный языкҒәрәп теле
СтолицаҠаһирә
Крупнейшие городаҠаһирә, Искәндәриә, Гиза, Шубра-Әл-Хейма, Порт-Саид, Суэц[1]
Форма правленияПрезидент-парламент республикаһы
Президент
Вице-президент
Премьер-министр
Мөхәммәт Мурси
Мәхмүт Мекки
Хишам Кандиль
Госрелигияислам
Территория
• Всего
• % водной поверхн.
30-я в мире
1 001 450 км²
0,6%
Халыҡ
• Оценка (2011)
• Плотность

80,898 млн чел\[2] чел. (14-е)
74 чел./км²
ВВП
  • Итого (2010)
  • На душу населения

497,8 млрд.[3] долл. (27-й)
6200[3] долл.
ИЧР (2011) 0,644 (уртаса) (113-е место)
ВалютаМысыр фунты
(EGP, код 46)
Интернет-домен.eg
Код ISOEG
Код МОКEGY
Телефонный код+20
Часовые пояса+2

Мысыр (шулай уҡ Египет, ғәрәп телендә مصر‎‎ Миср/Miṣr [misˤɾ], мысыр ғәрәп телендә مصر Маср/Maṣr [ˈmɑsˤɾ], урыҫ телендә Египет), рәсми исеме — Мысыр ғәрәп республикаһы, — Африканың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә һәм Азиялағы Синай ярымутрауында урынлашҡан ил, Синай ярымутрауы ярҙамында Африканан көньяҡ-көнбайыш Азияға оҙон күпер яһап тора. Майҙаны — 1 001 450 кв. км. Мысыр төньяҡтан Урта диңгеҙ, төньяҡ-көнсығыштан Ғәззә Секторы һәм Израиль менән, көнсығыштан Ҡыҙыл диңгеҙ, көньяҡтан Судан һәм көнбайыштан Ливия менән сикләнгән. Баш ҡалаһы — Ҡаһирә.

Мысырҙа 80 миллиондан ашыу кеше йәшәй; уларҙың күпселеге Нил буйында, бик аҙ өлөшө сүллектәрҙә йәшәй.

Мысыр үҙенең боронғо цивилизацияһы һәм донъяляғы иң билдәле һәйкәлдәре, шулар араһында Гизалағы пирамидалар һәм Ҙур Сфинкс менән танылған. Көньяҡтағы Луксор ҡалаһын «асыҡ һауалағы иң оло музей» тип атайҙар — бында Карнак һарайы, Батшалар үҙәне һымаҡ бик күп боронғо архитектура һәйкәлдәре урынлашҡан.

Тарихы

Боронғо Мысыр

Ҙур Сфинкс һәм Хеопс пирамидаһы

Беҙҙең эраға тиклемге 3150 йылда Минес батша бер-береһенә ҡаршы тороусы ике батшалыҡты — Түбәнге һәм Үрге Мысырҙы — берләштереп, Мысыр батшалығына нигеҙ һала һәм Мысыр менән өс мең йыллыҡ дауамында хакимлыҡ итеүсе династияға башланғыс бирә. Түбәнге Мысырҙағы Мемфис ҡалаһы батшалыҡтың баш ҡалаһы була. Беҙҙең эраға тиклемге 3000—2700 йылдарҙағы беренсе ике династия хакимлығы осоро Тәүге батшалыҡ исемен йөрөтә. Ошо оҙайлы ваҡытта Мысыр мәҙәниәте үҫешеп, дине, сәнғәте, теле һәм ғөрөф-ғәҙәте формалаша.

Боронғо батшалыҡ осоро беҙҙең эраға тиклемге 2700—2200 йылдарҙы үҙ эсенә ала. Был осор үҙенең Гиза пирамидалары тип аталған бөйөк пирамидалары менән билдәле.

Беренсе үҙгәреш дәүере 150 йыл дауамында бара, был ваҡытта Боронғо Мысыр сәйәси тотороҡһоҙлоҡ хәлендә була. Әммә беҙҙең эраға тиклемге 2040 йылдан башланған Урта батшалыҡ осоронда идаралыҡ нығынып, Боронғо Мысыр ҡайтанан үҫеш юлына баҫа. Илгә беренсе сит ил династияһы — гискос исемле семит ҡәбиләһе килеүе Икенсе үҙгәреш дәүеренә башланғыс булып тора. Гискос баҫҡынсылары беҙҙең эраға тиклемге 1650 йылдар тирәһендә Түбәнге Мысырҙың күпселек өлөшөн хакимлыҡ аҫтында тота һәм Аварис исемле яңы баш ҡалаға нигеҙ һала. Яхмос I етәкселек иткән Үрге Мысыр ғәскәре уларҙы илдән ҡыҫырыҡлап сығара. Яхмос I ун һигеҙенсе династияға башланғыс бирә һәм баш ҡаланы Мемфистан Үрге Мысырҙағы Фива ҡалаһына күсерә.

Беҙҙең эраға тиклемге 1550—1070 йылдарҙа Яңы батшалыҡ дәүере дауам итә. Был дәүерҙә Мысырҙың ҡеүәте үҫә, биләмәләре баҫып алыу сәйәсәте арҡаһында киңәйә. Яңы батшалыҡ ваҡытында хаким иткән фирғәүендәрҙең исеме тарихҡа айырыуса билдәле. Ошо осорҙа иң уңышлы фирғәүен-ҡатын — Хатшепсут Мысыр тәхетендә ултыра. Аменхотеп IV үҙенең хакимлығы осоронда Мысырҙа берҙәм дин урынлаштырыуға аҙым яһай — Атон динен Мысырҙың төп дине тип иғлан итә. Әммә был реформа ҡапма-ҡаршы фекерҙәр тыуҙырып, Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмеүенә килтерә. Рамсес II-нең 66 йылға һуҙылған хакимлығы ваҡыты — Мысырҙың сәйәси һәм иҡтисади үҫеше ваҡыты булараҡ билдәле.

Әммә был дәүерҙең аҙаҡҡы йылдарында Мысыр дәүләтенең ҡеүәте кәмей бара. Илгә ливийлылар, ассирийлылар баҫып инә башлай.

Фарсы, грек һәм римлыларҙың баҫып алыуы

Фирғәүендәр дәүерендә утыҙынсы династия — Мысырҙың иң һуңғы хаким иткән үҙ династияһы була. Беҙҙең эраға тиклемге 343 йылда, һуңғы урындағы фирғәүен Нектанеб II яуҙа еңелгәндән һуң, илде фарсылар баҫып ала. Әммә б.э.т. 332 йылда Мысырҙы Искәндәр Зөлҡәрнәй яулай һәм Македонияның биләмәләренә ҡуша, Искәндәриә ҡалаһын нигеҙләп, Мысырҙың баш ҡалаһын шунда күсерә. Искәндәрҙең ғәскәр башлығы Птолемей I Сотер яңы Птолемей династияһын нигеҙләй, Мысырҙа эллинистик дәүер башлана.

Птолемей династияһынан һуңғы фирғәүен Клеопатра VII, Римдың хакимы Юлий Цезарҙы, уның үлеменән һуң Марк Антонийҙы арбап, үҙенең тәхеттәге урынын нығытыуға ирешә. Әммә, Марк Антоний менән берлектә Октавиан Авгусҡа ҡаршы яуҙа еңелгәс, үҙен-үҙе йыландан саҡтырып үлтерә. Бынан һуң Мысыр дүрт быуат дауамына Рим ҡулына күсә.

Беҙҙең эраның беренсе быуатында апостол Марк тарафынан Мысырҙа христиан дине тарала. Диоклетиан һәм Галерий хакимлығы ваҡытында христиандарҙы эҙәрлекләү көсәйә, был монахтар хәрәкәте үҫешенә килтерә. Артабан Мысырҙа рәсми христиан диненән айырылып, урындағы дини йүнәлеш — копт христиан дине барлыҡҡа килә, 451 йылда Мысыр копт сиркәүе ойошторола. Рим империяһы тарҡалғандан һуң, Мысыр Византия составына керә, Мысырҙа Византия дәүере башлана.

Ғәрәп һәм төрөктәрҙең баҫып алыуы

616 йылда Мысырға фарсылар баҫып ингәндән һуң, Византия ғәскәре илде кире үҙенә ҡайтарыуға ирешә. Әммә был ваҡытта ҡеүәтле мосолман иле — Ғәрәп хәлифәте баҫып алыу сәйәсәтен алып бара. 639 йылда улар Мысырҙы баҫып алып, үҙ биләмәләренә ҡуша. Илдә исламдың сөнни йүнәлеше тарала башлай, Византия тарафынан ҡыҫырыҡланған мысырлылар быға артыҡ ҡаршылашмай. Киләһе алты быуат дауамында Мысыр Ғәрәп хәлифәтенә буйһона. 972 йылда Ҡаһирә ҡалаһы төҙөлөп, был ваҡытта Мысырҙы үҙ хакимлығы аҫтында тотҡан Фатимиҙар хәлифәтенең баш ҡалаһына әйләнә. 1171 йылда Сәләхетдин Фатимиҙарҙы ҡолатып, хакимлыҡты үҙ ҡулына ала, Әйүбиҙәр династияһын нигеҙләй. Был династия Мысыр менән 1520 йылға тиклем етәкселек итә, әммә 1520 йылда төрөк, черкес ҡолдарынан торған хәрби каста — мәмлүктәр — хәлифте тәхеттән ҡолатып, власты үҙ ҡулына ала, Мәмлүк солтанаты барлыҡҡа килә. 1260 йылда Байбарс етәкселеге аҫтында мәмлүктәр монгол ғәскәренә ҡаршы тороп, ғәскәрҙең илде баҫып алыуына юл ҡуймауға ирешә.

1517 йылда ғосман төрөктәре мәмлүк ғәскәрен ҡыйратҡандан һуң, Мысырҙы Ғосман империяһы ғәскәре баҫып ала. Мысыр Ғосман империяһының өлөшөнә әйләнә, ил менән ғосман солтаны тарафынан тәғәйенләнгән паша идаралыҡ итә. Әммә 17-се быуат аҙағына мәмлүк бейҙәре, рәсми рәүештә Ғосман империяһына буйһонһа ла, ғәмәлдә ил менән етәкселекте үҙ ҡулына алыуға ирешә.

Хәҙерге тарих

Пирамидалар янында яу, Франсуа Луи-Жозеф Ватто һүрәте

1798 йылда Наполеон Бонапарт етәкселегендә француз ғәскәре Мысырҙы баҫып ала. Был кампанияның маҡсаты — Һиндостан өсөн Бөйөк Британия менән көрәш ваҡытында уңайлы плацдарм булдырыу була. Әммә төрөк, мәмлүк, британ көстәре 1801 йылда француздарҙы илдән ҡыуа. Бынан һуң илдә дүрт йыл дауамына анархия урынлаша, төрөктәр, мәмлүктәр һәм албандар хакимлыҡ өсөн көрәшә. Был тәртипһеҙлек ваҡытында ғосман солтаны тарафынан француздарға ҡаршы ебәрелгән албан полкы командиры Мөхәммәт Али төп фигура булараҡ ҡалҡып сыға, 1805 йылда Истанбул солтаны уны үҙенең Мысырҙағы пашаһы итеп тәғәйенләй. Ысынбарлыҡта иһә Мөхәммәт Али — амбициялы һәм булдыҡлы юлбашсы — етәкселекте тулыһынса үҙ ҡулына ала, Мысыр менән етәкселек иткән яңы династияға башланғыс бирә. Был династия башта үҙаллы, һуңынан Британияның баҫымы аҫтында 1952 йылғы революцияға тиклем Мысыр менән хакимлыҡ итә.

Мөхәммәт Али мәмлүктәрҙең ерен миллиләштереп, Мысырҙа етештерелгән тауарҙарҙың күпселегенә дәүләт монополияһын урынлаштыра. Ошо ваҡытта ул мамыҡ үҫтереү күләмен ҡырҡа арттыра, — АҠШ-та барған Граждандар һуғышы арҡаһында мамыҡтың хаҡы бик юғары була, — был Мысыр иҡтисадының үҫешенә булышлыҡ итә.

Беренсе төрөк-мысыр һуғышы (1831—1833)

Бынан тыш, Мөхәммәт Али баҫып алыу сәйәсәтен башлай. 1820 йылда ул Суданға баҫып инә, 1833 йылда Сүриәне яулай, шулай уҡ Ғәрәп ярымутрауын һәм Анатолияны үҙ биләмәләренә ҡуша. 1833 йылда Мөхәмәд Әли Паша, Мысыр батшаһы Истанбулы баҫты. Николай I ярҙамы менән төрөк султаны һуғышта еңде.

Икенсе төрөк-мысыр һуғышы

Әммә 1841 йылда Европа илдәре һәм Ғосман империяһы, уның үҫә барған ҡеүәтенән ҡурҡып, ғәскәрен баҫтырыр өсөн берләшә, һөҙөмтәлә Мөхәммәт Али яулап алынған илдәрҙең күпселек өлөшөнән ғәскәрен сығарырға мәжбүр була, әммә Суданды үҙ хакимлығы аҫтында ҡалдыра.

Мөхәммәт Али вариҫтары артабан идара итеү

1848 йылдың сентябрендә Мөхәммәт Али үҙенең вариҫы итеп улы Ибраһимды ҡалдыра, Ибраһим 1848 йылдың ноябрендә үлгәс, вариҫы булып ейәне Аббас I ҡала, унан һуң — 1854 йылда Мөхәммәт Алиҙың дүртенсе улы Саид, унан һуң — 1863 йылда Ибраһимдың улы Исмаил тәхеткә ултыра. Саид һәм Исмаил Мысырҙа әүҙем төҙөлөштәр алып бара. 18581869 йылдарҙа Франция менән берлектә Суэц каналы төҙөлә. Был һәм башка төҙөлөштәр арҡаһында Мысыр Европа банктары алдында оло бурыстарға бата. Был бурыстар Исмаилды 1875 йылда каналдың Мысыр эйә булған өлөшөн Бөйөк Британия хөкүмәтенә һатырға мәжбүр итә. Бынан тыш, Бөйөк Британия һәм Франция хөкүмәте Мысырҙың финанс һорауҙарын тулыһынса үҙ контроле аҫтына ала.

Европаның ил хакимиәтен баҫып алыуы менән ризаһыҙлыҡ арҡаһында, 1879 йылда милли-азатлыҡ хәрәкәте башлана. Был хәрәкәт 1881 йылда ихтилалға әүерелә, һөҙөмтәлә хөкүмәт таратылып, яңы милли хөкүмәт йыйыла, был хөкүмәттә ихтилалдың етәксеһе Араби-паша хәрби министр урынын биләй. Артабан Араби-паша идаралыҡты тулыһынса үҙ ҡулына ала. Үҙәренең Мысырҙа йоғонтоһон юғалтҡан Бөйөк Британия һәм Франция 1882 йылдың июлендә Искәндәриәне утҡа тота. Бынан һуң Араби-паша ғәскәр йыя, әммә Тель Әл-Кәбир ҡалаһы янында британ ғәскәрҙәре уны ҡыйрата. Һөҙөмтәлә, Исмаилдың улы Тәүфиҡ хөкүмәт башына ултыра, тик ғәмәлдә идаралыҡ тулыһынса британдар ҡулында була. 1914 йылда иһә Мысыр рәсми рәүештә Бөйөк Британияның протекторатына әүерелә.

1882 йылдан 1902 йылға тиклем үҙаллылыҡ яулау өсөн милли хәрәкәттәр ойошторола. Ошо осорҙа беренсе сәйәси фирҡәләр барлыҡҡа килә. Беренсе донъя һуғышынан һуң Саад Заглюль һәм уның Вафд фирҡәһе, закондар сығарыу ассамблеяһында күпселекте яулап, милли хәрәкәтте етәкләй. 1919 йылдың 8 мартында британдар Саадты һәм уның иптәштәрен Мальтаға һөргәс, илдә беренсе революция башлана. Мысырлыларҙың даими күтәрелештәре арҡаһында 1922 йылдың 22 февралендә Бөйөк Британия Мысырҙың үҙаллылығын иғлан итергә мәжбүр була.

1923 йылда Мысырҙың яңы хакимиәте парламентар системаға нигеҙләнгән яңы конституция төҙөп, ғәмәлгә керетә. 1924 йылда Саад Заглюль Мысырҙың премьер-министры итеп һайлана. 1936 йылда Британия һәм Мысыр араһында килешеү төҙөлә.

Әммә хакимиәт Британияның туҡтауһыҙ ҡыҫылышы арҡаһында тотороҡһоҙ хәлдә була. Был 1952 йылда революция башланып, монархияның ҡолауына һәм парламент тарҡалыуына килтерә. Хәрби офицерҙарҙан торған «Азат офицерҙар» төркөмө Мысыр короле Фарукты улы Фуад файҙаһына тәхеттән бар тартырға мәжбүр итә.

1953 йылдың 18 июнендә Мысыр республикаһы иғлан ителә, генерал Мөхәммәт Нәғиб республиканың беренсе президенты вазифаһын биләй. 1954 йылда Ғәмәл Әбдел Насер — 1952 йылғы хәрәкәтте башлаусы офицер — уны вазифаһын ҡалдырырға мәжбүр итә һәм һуңынан уны өй арестына ала. 1956 йылдың июнендә Насер президент вазифаһына һайлана.

1956 йылда Әбдел Насер Суэц каналын миллиләштерә, каналдан килгән килемде ул Асуан ҡалаһы янында Нилды быуыу өсөн тотонорға була. Был Бөйөк Британия, Франция һәм Израиль ғәскәренең Мысырға баҫып инеп, Суэц көрсөгө башланыуына килтерә. Һөҙөмтәлә, Суэц каналын күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн, бында БМО көстәре керетелә.

1967 йылғы Алты көнлөк һуғыш ваҡытында Израиль Синай ярымутрауын баҫып ала. Бынан һуң өс йыл үткәс, Насер үлеп китә һәм президент вазифаһы Әнүәр Сәдатҡа ҡала. Сәдат Әбдел Насер сәйәсәтен ҡырҡа үҙгәртә һәм Һалҡын һуғыш ваҡытында Советтар Союзы ярҙамынан баш тартып, Ҡушма Штаттар менән яҡынлаша башлай. 1972 йылда ул Совет хәрби кәңәшселәрен илдән ҡыуа. 1974 йылда Сәдат сит ил һәм Мысыр шәхси инвесторҙарын йәлеп итер өсөн Инфитах («асыҡ ишек») исемле иҡтисади реформалар башлай.

Ҡаршы сығыусылар 2011 йылдың 29 ғинуарында Тахрир майҙанында танк өҫтөндә

1973 йылда Мысыр Сүриә менән берлектә Израилдең Синай ярымутрауын һәм Голан бейеклеген баҫып алған көстәренә көтөлмәгәндә һөжүм итеп, Октябрь һуғышын башлай. Сәдат Синай ярымутрауының ҡайһы бер өлөшөн хәрби көс менән, ҡалған өлөшөн дипломатик килешеү ярҙамында кире ҡайтарырға өмөтләнә. Был конфликтҡа бер-береһенә ҡаршы торған ике донъя титаны — АҠШ менән Советтар Союзы ҡыҫыла. БМО-ның утты туҡтатыу тураһында икенсе резолюцияһынан һуң хәрби хәрәкәттәр тамамлана.

1977 йылда Сәдат Израилгә тарихи визит яһай. Һөҙөмтәлә, 1979 йылда тыныслыҡ килешеүе төҙөлә, был килешеү буйынса Израиль Синай ярымутрауындағы ғәскәрен тулыһынса сығарырға ризалыҡ белдерә. Сәдаттың Иерусалимға визиты Мысырҙың бүтән ғәрәп илдәре менән мөнәсәбәтен боҙа, Мысыр Ғәрәп берлегенән сығарыла.

1981 йылда Сәдат Ҡаһирә ҡалаһында үлтерелә. Президент урыны Хөсни Мөбәрәккә ҡала.

2011 йылдың 25 ғинуарынан 30 йыл дауамында президент вазифаһын биләгән Хөсни Мөбәрәк һәм уның режимына ҡаршы Мысыр ҡалаларының урамдарында демонстрациялар башлана. Урамға сығыусылар, президенттың отставкаһынан тыш, эшһеҙлек мәсьәләһен хәл итеүҙе, минималь эш хаҡы күләмен күтәреүҙе талап итә һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күтәрелеүгә, түбән тормош кимәленә ҡаршы сығыш яһай.[4][5][6] Һөҙөмтәлә, 2011 йылдың 11 февралендә Хөсни Мөбәрәк, ил менән идара итеүҙе Юғары хәрби көстәр советына ҡалдырып, президент вазифаһынан китә.[7]

Other Languages
Аҧсшәа: Мысра
Acèh: Meusé
адыгабзэ: Мысыр
Afrikaans: Egipte
Akan: Igyipt
Alemannisch: Ägypten
አማርኛ: ግብፅ
aragonés: Echipto
Ænglisc: Ægypt
العربية: مصر
ܐܪܡܝܐ: ܡܨܪܝܢ
مصرى: مصر
অসমীয়া: মিছৰ
asturianu: Exiptu
azərbaycanca: Misir
تۆرکجه: میصر
Boarisch: Egyptn
žemaitėška: Egėpts
Bikol Central: Ehipto
беларуская: Егіпет
беларуская (тарашкевіца)‎: Эгіпет
български: Египет
भोजपुरी: मिस्र
Bahasa Banjar: Mesir
bamanankan: Misra
বাংলা: মিশর
བོད་ཡིག: ཨའི་ཅི།
বিষ্ণুপ্রিয়া মণিপুরী: মিশর
brezhoneg: Egipt
bosanski: Egipat
ᨅᨔ ᨕᨘᨁᨗ: Mesir
буряад: Египет
català: Egipte
Chavacano de Zamboanga: Egipto
Mìng-dĕ̤ng-ngṳ̄: Ăi-gĭk
нохчийн: Мисар
Cebuano: Ehipto
Chamoru: Ehiptu
ᏣᎳᎩ: ᎢᏥᏈᎢ
Tsetsêhestâhese: Egypt
کوردی: میسر
qırımtatarca: Mısır
čeština: Egypt
kaszëbsczi: Egipt
словѣньскъ / ⰔⰎⰑⰂⰡⰐⰠⰔⰍⰟ: Єгѷптъ
Cymraeg: Yr Aifft
dansk: Egypten
Deutsch: Ägypten
Zazaki: Mısır
dolnoserbski: Egyptojska
डोटेली: इजिप्ट
ދިވެހިބަސް: މިޞްރު
eʋegbe: Egipte
Ελληνικά: Αίγυπτος
English: Egypt
Esperanto: Egiptio
español: Egipto
eesti: Egiptus
euskara: Egipto
estremeñu: Egitu
فارسی: مصر
suomi: Egypti
Võro: Egüptüs
Na Vosa Vakaviti: Ijipta
føroyskt: Egyptaland
français: Égypte
arpetan: Èg·ipte
Nordfriisk: Egypten
furlan: Egjit
Frysk: Egypte
Gaeilge: An Éigipt
Gagauz: Egipet
贛語: 埃及
Gàidhlig: An Èipheit
galego: Exipto
Avañe'ẽ: Ehíto
गोंयची कोंकणी / Gõychi Konknni: ईजिप्त
ગુજરાતી: ઇજિપ્ત
Gaelg: Yn Egypt
Hausa: Misra
客家語/Hak-kâ-ngî: Âi-khi̍p
Hawaiʻi: ‘Aikupika
עברית: מצרים
हिन्दी: मिस्र
Fiji Hindi: Egypt
hrvatski: Egipat
hornjoserbsce: Egyptowska
Kreyòl ayisyen: Ejip
magyar: Egyiptom
Հայերեն: Եգիպտոս
interlingua: Egypto
Bahasa Indonesia: Mesir
Interlingue: Egiptia
Igbo: Egypt
Ilokano: Ehipto
ГӀалгӀай: Мисаре
Ido: Egiptia
íslenska: Egyptaland
italiano: Egitto
日本語: エジプト
Patois: Iijip
la .lojban.: misrygu'e
Basa Jawa: Mesir
ქართული: ეგვიპტე
Qaraqalpaqsha: Mısır
Taqbaylit: Maṣer
Kabɩyɛ: Egipiti
Kongo: Misiri
Gĩkũyũ: Egypt
қазақша: Мысыр
kalaallisut: Egypt
ភាសាខ្មែរ: អេហ៊្សីប
ಕನ್ನಡ: ಈಜಿಪ್ಟ್
한국어: 이집트
कॉशुर / کٲشُر: مِسر
kurdî: Misir
kernowek: Ejyp
Кыргызча: Мысыр
Latina: Aegyptus
Ladino: Ayifto
Lëtzebuergesch: Egypten
лакку: Мисри
лезги: Мисри
Lingua Franca Nova: Misre
Luganda: Egypt
Limburgs: Egypte
Ligure: Egitto
lumbaart: Egit
lingála: Ejipte
lietuvių: Egiptas
latviešu: Ēģipte
मैथिली: मिस्र
мокшень: Египет
Malagasy: Ejipta
Baso Minangkabau: Masia
македонски: Египет
മലയാളം: ഈജിപ്റ്റ്‌
монгол: Египет
मराठी: इजिप्त
кырык мары: Египет
Bahasa Melayu: Mesir
Malti: Eġittu
မြန်မာဘာသာ: အီဂျစ်နိုင်ငံ
مازِرونی: مصر
Dorerin Naoero: Idjipt
Nāhuatl: Egipto
Napulitano: Naggitto
Plattdüütsch: Ägypten
Nedersaksies: Egypte (laand)
नेपाली: मिश्र
नेपाल भाषा: मिस्र
Nederlands: Egypte (land)
norsk nynorsk: Egypt
norsk: Egypt
Novial: Egiptia
Nouormand: Êgypte
Sesotho sa Leboa: Egypt
occitan: Egipte
Livvinkarjala: Jegiptu
Oromoo: Ijiipti
ଓଡ଼ିଆ: ଇଜିପ୍ଟ
Ирон: Мысыр
ਪੰਜਾਬੀ: ਮਿਸਰ
Kapampangan: Ejiptu
Papiamentu: Egipto
Picard: Édjipe
पालि: ईजिप्ट
Norfuk / Pitkern: Ejiipt
polski: Egipt
Piemontèis: Egit
پنجابی: مصر
Ποντιακά: Αίγυπτος
پښتو: مصر
português: Egito
Runa Simi: Ihiptu
rumantsch: Egipta
Romani: Mêsire
Kirundi: Misiri
română: Egipt
tarandíne: Egitte
русский: Египет
русиньскый: Еґіпет
संस्कृतम्: ईजिप्तदेशः
саха тыла: Эгиипэт
sardu: Egitu
sicilianu: Eggittu
Scots: Egyp
سنڌي: مصر
davvisámegiella: Egypta
Sängö: Kâmitâ
srpskohrvatski / српскохрватски: Egipat
සිංහල: ඊජිප්තුව
Simple English: Egypt
slovenčina: Egypt
slovenščina: Egipt
Gagana Samoa: Aikupito
chiShona: Egypt
Soomaaliga: Masar
shqip: Egjipti
српски / srpski: Египат
Sranantongo: Egiptakondre
SiSwati: IGibhithe
Sesotho: Egepeta
Seeltersk: Ägypten
Basa Sunda: Mesir
svenska: Egypten
Kiswahili: Misri
ślůnski: Egipt
தமிழ்: எகிப்து
తెలుగు: ఈజిప్టు
tetun: Ejitu
тоҷикӣ: Миср
Türkmençe: Müsür
Tagalog: Ehipto
Tok Pisin: Ijip
Türkçe: Mısır
Xitsonga: Gibita
татарча/tatarça: Мисыр
chiTumbuka: Egypt
Twi: Egypt
reo tahiti: ’Aifiti
тыва дыл: Египет
удмурт: Египет
ئۇيغۇرچە / Uyghurche: مىسىر
українська: Єгипет
اردو: مصر
oʻzbekcha/ўзбекча: Misr
vèneto: Egito
vepsän kel’: Egipt
Tiếng Việt: Ai Cập
West-Vlams: Egypte
Volapük: Lägüptän
walon: Edjipe
Winaray: Ehipto
Wolof: Isipt
吴语: 埃及
მარგალური: ეგვიპტე
ייִדיש: עגיפטן
Yorùbá: Ẹ́gíptì
Vahcuengh: Aehciz
Zeêuws: Ehypte
中文: 埃及
文言: 密思兒
Bân-lâm-gú: Ai-ki̍p
粵語: 埃及
isiZulu: IGibhithe