Милләтселек

Уэльстың уяныуы, Кристофер Уильямс, 1911. Венера образы — милләт тыуыуға кинәйә

Милләтселек (франц. nationalisme) — сәйәсәттең идеологияһы һәм йүнәлеше. Уның нигеҙ принцибында «милләт — йәмғиәт берлегенең иң юғары формаһы, дәүләтте барлыҡҡа килтереү процесында милләт ҡиммәте беренсел» тигән тезистар ята. Сәйәси хәрәкәт булараҡ, милләтселек дәүләт власы менән мөнәсәбәттәрҙә айырым милли берлек мәнфәғәттәрен яҡларға ынтыла.

Милләтселек нигеҙен үҙ милләтеңә тоғролоҡ, сәйәси бойондороҡһоҙлоҡ, халҡың именлеге хаҡына хеҙмәт, мәҙәни һәм рухи үҫеш, милләтеңдең тормош шарттарын, уның йәшәү территорияһын, иҡтисади ресурстарын һәм рухи ҡиммәттәрен ғәмәлдә һаҡлау өсөн милли үҙаңды берләштереү тәшкил итә[1]. Ул илһөйәрлеккә — патриотизмға тиң булған милли тойғо менән һуғарылған. Был идеология йәмғиәттең ҡапма-ҡаршы мәнфәғәтле синфи ҡатламдарын берләштерергә тырыша. Капиталистик иҡтисадҡа күсеү осоронда ул халыҡты уртаҡ сәйәси маҡсат тирәһендә туплау һәләтен күрһәтте.

Хәҙерге радикаль хәрәкәттәр үҙҙәренең миллилеген һыҙыҡ өҫтөнә алырға тырышһа ла, милләтселек бик йыш этник, мәҙәни һәм дини түҙмәүсәнлек (йәки «башҡа» этник төркөмдәргә теләһә ниндәй кире мөнәсәбәт) менән ассоциациялана. Бындай түҙмәүсәнлек милләтселектә уртасылыҡта тороусылар тарафынан ғәйепләнә.

Киң мәғлүмәт саралары «милләтселек» тип йыш ҡына этномилләтселекте, бигерәк тә уның (шовинизм, ксенофобия һ. б.) кеүек, бер милләттең башҡаларынан өҫтөн булыуына[2] баҫым яһаған киҫкен формаларын атай. Киҫкен этномилләтселектең күпселек сағылышы, милләт-ара ыҙғыш һәм этник дискриминацияны ла индереп, халыҡ-ара хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡарай.

Other Languages
Afrikaans: Nasionalisme
Alemannisch: Nationalismus
አማርኛ: ብሔርተኝነት
aragonés: Nacionalismo
العربية: قومية
অসমীয়া: জাতীয়তাবাদ
asturianu: Nacionalismu
azərbaycanca: Millətçilik
žemaitėška: Naciuonalėzmos
беларуская: Нацыяналізм
беларуская (тарашкевіца)‎: Нацыяналізм
български: Национализъм
brezhoneg: Broadelouriezh
bosanski: Nacionalizam
català: Nacionalisme
нохчийн: Национализм
čeština: Nacionalismus
Deutsch: Nationalismus
Ελληνικά: Εθνικισμός
English: Nationalism
Esperanto: Naciismo
español: Nacionalismo
eesti: Rahvuslus
euskara: Nazionalismo
estremeñu: Nacionalismu
føroyskt: Nationalisma
français: Nationalisme
galego: Nacionalismo
עברית: לאומיות
हिन्दी: राष्ट्रवाद
Fiji Hindi: Rastryawaad
hrvatski: Nacionalizam
Bahasa Indonesia: Nasionalisme
Ilokano: Nasionalismo
italiano: Nazionalismo
Patois: Nashinalizim
Basa Jawa: Nasionalisme
қазақша: Ұлтшылдық
한국어: 내셔널리즘
къарачай-малкъар: Миллетчилик
Кыргызча: Улутчулдук
Ladino: Nasionalizmo
Limburgs: Nationalisme
lumbaart: Naziunalism
lietuvių: Nacionalizmas
latviešu: Nacionālisms
македонски: Национализам
മലയാളം: ദേശീയത
Bahasa Melayu: Nasionalisme
Mirandés: Nacionalismo
မြန်မာဘာသာ: အမျိုးသားရေးဝါဒ
مازِرونی: ناسیونالیسم
नेपाल भाषा: राष्ट्रवाद
Nederlands: Nationalisme
norsk nynorsk: Nasjonalisme
occitan: Nacionalisme
ਪੰਜਾਬੀ: ਕੌਮਪ੍ਰਸਤੀ
polski: Nacjonalizm
Piemontèis: Nassionalism
پنجابی: نیشنلزم
português: Nacionalismo
rumantsch: Naziunalissem
română: Naționalism
русский: Национализм
русиньскый: Націоналізм
саха тыла: Национализм
sicilianu: Nazziunalismu
davvisámegiella: Nationalisma
srpskohrvatski / српскохрватски: Nacionalizam
Simple English: Nationalism
slovenčina: Nacionalizmus
slovenščina: Nacionalizem
српски / srpski: Национализам
svenska: Nationalism
Kiswahili: Utaifa
Türkçe: Milliyetçilik
татарча/tatarça: Милләтчелек
тыва дыл: Национализм
ئۇيغۇرچە / Uyghurche: مىللەتچىلىك
українська: Націоналізм
oʻzbekcha/ўзбекча: Millatchilik
Tiếng Việt: Chủ nghĩa dân tộc
Winaray: Nasyonalismó
მარგალური: ნაციონალიზმი
中文: 民族主義
Bân-lâm-gú: Bîn-cho̍k-chú-gī
粵語: 民族主義