Македония Республикаһының иҡтисады

Македония Республикаһының иҡтисады
Народна Банка.jpg
Македонияның Милли банкы
Валюта

Денар
(= 100 дени)

Фискаль йыл

Календарь

Халыҡ-ара
ойошмалар

ВТО, Европа берләшмәһенә кандидат

Статистика
ВВП (номиналь)

7,5 млрд (2007)

Һатып алыу мөмкинселеге (ППС) буйынса ВВП

17,35 млрд

ППС буйынса ВВП урыны

118

ВВП үҫеше (ППС буйынса)

3,2%

Бер кешегә ВВП (ППС буйынса)

8675

Иҡтисад йүнәлештәре буйынса ВВП

ауыл хужалығы: 11,9%
сәнәғәт: 28,2%
хеҙмәтләндереү өлкәһе: 59,9%

Инфляция ( ИПЦ)

2,3% (2007)

Ярлылыҡ сиге артындағы халыҡ

20,8%

Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ

0,89 млн (бөтә халҡының 43%)

Йүнәлеш буйынса эшләүсе халыҡ

ауыл хужалығы: 19,6%
сәнәғәт: 30,4%
хеҙмәтләндереү өлкәһе: 50%

Эшһеҙлек кимәле

31.7% (2009)

Тышҡы сауҙа
Экспорт

2,4 млрд

Экспорт буйынса партнёрҙар

Сербия  Сербия
Черногория  Черногория 19.4%
Германия  Германия 14.7%
Греция  Греция 10.5%
Италия  Италия 10.2%
Болгария  Болгария 9.9%
Хорватия  Хорватия 5.6%
Бельгия  Бельгия 5.1%
Испания  Испания 5.1% (2006)

Импорт

3,7 млрд.

Импорт буйынса партнёрҙар

Германия  Германия 11.5%
Греция  Греция 11.3%
Рәсәй  Рәсәй 11.1%
Болгария  Болгария 8.4%
Сербия  Сербия
Черногория  Черногория 6.7%
Төркиә  Төркиә 5.7%
Италия  Италия 5.5%
Словения  Словения 4.4% (2006)

Дәүләт финанстары
Дәүләт бурысы

30,8% ВВП

Тышҡы бурыс

4 млрд.

Дәүләт килемдәре

2,508 млрд

Дәүләт сығымдары

2,487 млрд

Если не оговорено иное, все цифры даны в долларах США

Македония Республикаһы  1991 йылдың сентябрендә бойондороҡһоҙлоҡ ала.  Уның иҡтисады башҡа элекке югослав республикалары, айырыуса Словения һәм Хорватия менән сағыштырғанда, насарыраҡ хәлдә була [1]. 19901993 йылдарҙа Македонияла хосусилаштырыу  программаһы тормошҡа ашырыла [2]. Артабанғы йылдарҙа Македония Хөкүмәте тарафынан финанс өлкәһендә реформалар үткәрелә. Македония Республикаһы түбән инфляция һәм ҙур булмаған дәүләт бурысы менән макроиҡтисади тотороҡлолоҡ һаҡлай, ләкин сит ил инвестициялары йәлеп итеүҙә һәм эш урындары булдырыуҙа артта ҡала [1].

Иҡтисади үҫеш

Ҡайһы бер шарттар (элекке югослав республикалары менән  ирекле сауҙа алып бара алмау;   Греция индергән эмбарго; Югославияға ҡаршы БМО санкциялары; инфраструктура юҡлығы) 1996 йылға тиклем Македонияның  иҡтисады үҫеүенә аяҡ салып килә. Македонияла иҡтисад үҫеүенең билдәләре 1996 йылда күренә башлай.    ЭТП үҫеше  2000 йылға тиклем күҙәтелә.

2001 йылда Македонияла булған этнос-ара бәрелеш арҡаһында иҡтисадтың үҫеүе  4,5 процентҡа ҡалып түбәнәйә. Сиктәрҙе йыш ябыу, башҡа илдәр менән сауҙа мөнәсәбәттәренең кәмеүе, дәүләт бюджетынан дәүләт именлеге өсөн сығымдарҙың артыуы һәм  тотороҡһоҙ сәйәси хәлдәге илгә инвесторҙарҙың килергә теләмәүе арҡаһында иҡтисад артҡа тәгәрәй. 2002 йылда иҡтисад үҫеүе — 0,3 процент, ә 2003 йылда 2,8 процент була.  20032006 йылдарҙа иҡтисад үҫеүенең уртаса күрһәткесе  — 4 процент,   20072008 йылдарҙа  5 процент тәшкил итә.

2009 йылда илдә ЭТП  9,238 миллиард доллар күләмендә баһалана, иҡтисад үҫеүе 1,8 процент була. Тармаҡтар буйынса тулайым эске продукт күләме: ауыл хужалығы — 12,1 % ЭТП, сәнәғәт — 21,5 %, хеҙмәттәр өлкәһе — 58,4 %.

Other Languages