Кәлмәргән

?
Кәлмәргән
Кәлмәргән
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ыласын һымаҡтар
Ғаилә: Кәлмәргән һымаҡтар
Ырыу: Кәлмәргәндәр
Төр: Кәлмәргән
Латинса исеме
Pandion haliaetus
( Linnaeus, 1758)
Ярам төрҙәре
  • P. h. haliaetus
  • P. h. carolinensis
  • P. h. ridgwayi
  • P. h. cristatus
Ареал
рәсем
ITIS 175590
NCBI 56262
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 106003324

Кәлмәргән ( рус. Скопа́, лат. Pandion haliaetus) — ҡаҙҙан бәләкәйерәк ҡырағай ҡош. Оҙонлоғо — 55—58 см, ҡанат йәйеме — 145—170 см. Оҙон һәм тар ҡанаттары беләҙек һөйәктәрендә бөгөлгән була. Тышҡы ҡиәфәте менән башҡа йыртҡыс ҡоштарҙан айырылып тора. Ике төҫлө булыуы аныҡ ҡына алыҫтан уҡ күренә: түше, ҡойроғо ҡара-көрән; тамағы, ҡорһағы аҡ, ҡанат төбөндәге ҡаурыйҙары һарғылт сыбар. Суҡышынан күҙе аша муйынына үткән һоро һыҙыҡ бар. Башҡа ҡара ҡоштарҙан аҡ ҡорһағы менән айырыла. Күҙе һары төҫтә, ҡара суҡышының осо кәкере, аяҡтары көслө, тырнаҡтары ҡара һәм текә кәкере. Ата ҡоштар инәләренән бер аҙ бәләкәй булыуҙары менән генә айырылалар.

Башҡортса тимер тырнаҡ, балыҡ һары, балыҡ ҡарсығаһы, ҡәлмәргән, халмарйын тигән исемдәре лә осрай.

Таралыуы

Антарктиданан башҡа бөтә ҡитғаларҙа ла остай. Күсмә ҡош. Мысырҙа һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙең ҡайһы бер утрауҙарында ҡышлай. Көньяҡ Урал биләмәләрендә P.h.haliaetes  осрай. Кәлмәргәндең таралыуы бөтә ерҙә лә һыуға бәйләнгән: йылғаларға, күлдәргә, һыу һаҡлағыстарға, сөнки уның төп аҙығы булып балыҡ тора. Үткән быуаттың төрлө йылдарында кәлмәргәнде Ағиҙел, Һаҡмар, Ҙур Ыҡ йылғалары үҙәндәрендә, Нөгөш йылғаһы һәм Нөгөш һыуһаҡлағысы, Ҙур Талпаҡ күлендә күҙәткәндәр. «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы биләмәһендә, Һалдыбаш һәм Сөм йылғалары үҙәндәрендә оялары табылған. Хәйбулла районында ла уның оя ҡороуы тураһында мәғлүмәт бар. 1970 йылдарҙа Дыуан районында Йүрүҙән йылғаһында балыҡ аулауын күргәндәр [1].

Other Languages
Afrikaans: Visvalk
العربية: عقاب نساري
azərbaycanca: Çay qaraquşu
беларуская: Скапа
български: Орел рибар
বাংলা: মাছমুরাল
brezhoneg: Erer-spluj
corsu: Alpana
Чӑвашла: Пулă хурчки
Cymraeg: Gwalch pysgod
dansk: Fiskeørn
Deutsch: Fischadler
Ελληνικά: Ψαραετός
English: Osprey
Esperanto: Fiŝaglo
eesti: Kalakotkas
suomi: Sääksi
føroyskt: Fiskiørn
Nordfriisk: Faskiarn
Frysk: Fiskearn
Gaeilge: Coirneach
ગુજરાતી: માછીમાર
עברית: שלך
hrvatski: Bukoč
magyar: Halászsas
Հայերեն: Ջրարծիվ
interlingua: Pandion haliaetus
Bahasa Indonesia: Elang tiram
íslenska: Gjóður
日本語: ミサゴ
ქართული: შაკი
한국어: 물수리
Кыргызча: Балыкчы кушу
latviešu: Zivjērglis
македонски: Орел-рибар
मराठी: कैकर
кырык мары: Сексӹ
Bahasa Melayu: Burung Helang Tiram
မြန်မာဘာသာ: ဝန်လက်
Nāhuatl: Acuauhtli
नेपाली: मलाहा चील
Nederlands: Visarend
norsk nynorsk: Fiskeørn
norsk: Fiskeørn
Piemontèis: Pandion haliaëtus
پنجابی: آسپرے
português: Pandion haliaetus
română: Vultur pescar
русский: Скопа
русиньскый: Скоб
саха тыла: Умсан
Scots: Fish-hawk
sámegiella: Čiekčá
srpskohrvatski / српскохрватски: Orao ribar
Simple English: Osprey
slovenčina: Kršiak rybár
slovenščina: Ribji orel
српски / srpski: Орао рибар
svenska: Fiskgjuse
Kiswahili: Koho
Tagalog: Osprey
Türkçe: Balık kartalı
татарча/tatarça: Балыкчы карчыга
українська: Скопа
Tiếng Việt: Ó cá
中文:
粵語: 魚鷹