Йоһанн Себастьян Бах

Иоганн Себастьян Бах
Johann Sebastian Bach
JSBach.jpg
Портрет Баха (1746)
Төп мәғлүмәт
Тыуған

31 март 1685() (65 йәш)

Үлгән урыны

Лейпциг, Саксония

Ил

Изге Рим империяһы Изге Рим империяһы

Һөнәрҙәре

композитор, ьашҡарыусы, музыкаль педагог

Әүҙем йылдары

1710—1750

Инструменттар

орга́н, клавесин, скрипка

Жанрҙар

музыка барокко

Автограф
Автограф
Commons-logo.svg Аудио, фото, видео Викимилектә
Викикатпхана логотибы Әҫәрҙәр в Викитеке

Йо́һанн Себа́стьян Бах (нем. Johann Sebastian Bach; 31 март 1685 — 28 май) — XVII быуаттағы барокко дәүеренең бөйөк немец (әлмән) композиторы. Орган һәм оркестр өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ вокал һәм башҡа 1000-гә яҡын музыкаль әҫәр авторы. Донъяның иң күренекле композиторҙарының береһе булып һанала. Уның ижадында операнан башҡа бөтә жанр музыкаль әҫәрҙәр бар. Бах — шулай уҡ педагогика буйынса бер нисә ғилми хеҙмәт авторы.

Биографияһы

Йо́һанн Себа́стьян Бах 1685 йылдың 31 мартында Айзенах ҡалаһында (Саксен-Айзенах, Изге Рим Империяһы) музыканттар Иоганн Амброзиус Бах һәм Элизабет Леммерхирт ғаиләһендә һигеҙенсе бала булып тыуған. Бахтар XVI быуат башынан уҡ киң билдәле музыканттар була, күптәре был һөнәргә бар ғүмерен арнай.

Йо́һанн Себа́стьянға туғыҙ йәш тулғанда уның әсәһе, ә тағы бер йылдан атаһы вафат була. Органсы булып эшләгән оло ағаһы Иоганн Кристоф малайҙы үҙ тәрбиәһенә ала. Иоганн гимназияла уҡый башлай, ағаһы уны органда һәм башҡа клавишалы музыка ҡоралдарында уйнара өйрәтә. Музыка сәнғәтенә тәбиғәттән бирелгән һөйөү нигеҙендә ул был шөғөлде ныҡлап үҙ итә һәм төрлө ҡоралдарҙа яңынан-яңы әҫәрҙәр өйрәнеү менән бик теләп шөғөлләнә. 1707 йылда ике туған һеңлеһе Мария Барбараға өйләнә. Уларҙың ете балаһы була, тик Бахтың тәүге ҡатыны йәшләй вафат була ( 1720). Бах Ангальт-Кеттен герцогы һарайы йырсыһы Анна Магдалена Вилькеға өйләнә, улар ун өс балаға ғүмер бирә.

1723-1750 йылдарҙа Лейпцигта йәшәй . Изге Фома ( die Thomanerkirche) сиркәүендә кантор һәм музыка уҡытыусыһы булып хеҙмәт итә, аҙна һайын Изге Фома һәм Изге НИколай сиркәүҙәрендә концерттар бирергә тейеш була. 1740-сы йылдар аҙағында Бах һуҡырая башлай, ғүмеренең аҙағында бөтөнләй күрмәй. 1750 йылдың 28 майында Лейпциг ҡалаһында вафат булған.

Other Languages
مصرى: باخ
azərbaycanca: İohann Sebastyan Bax
беларуская (тарашкевіца)‎: Ёган Сэбастыян Бах
Chavacano de Zamboanga: Johann Sebastian Bach
Mìng-dĕ̤ng-ngṳ̄: Johann Sebastian Bach
贛語: 巴赫
客家語/Hak-kâ-ngî: Johann Sebastian Bach
Bahasa Indonesia: Johann Sebastian Bach
la .lojban.: io'an.zebastian.bax
Qaraqalpaqsha: Johann Sebastian Bach
Lëtzebuergesch: Johann Sebastian Bach
Lingua Franca Nova: Johann Sebastian Bach
Basa Banyumasan: Johann Sebastian Bach
Baso Minangkabau: Johann Sebastian Bach
Bahasa Melayu: Johann Sebastian Bach
Plattdüütsch: Johann Sebastian Bach
Nedersaksies: Johann Sebastian Bach
norsk nynorsk: Johann Sebastian Bach
Livvinkarjala: Johann Sebastian Bach
armãneashti: Johann Sebastian Bach
srpskohrvatski / српскохрватски: Johann Sebastian Bach
Simple English: Johann Sebastian Bach
slovenščina: Johann Sebastian Bach
oʻzbekcha/ўзбекча: Iogann Sebastyan Bax
vepsän kel’: Bah Iogann Sebast'jan
Tiếng Việt: Johann Sebastian Bach
吴语: 巴赫
文言: 巴赫
Bân-lâm-gú: Johann Sebastian Bach
粵語: 巴哈