Дипломатия

Ger van Elk, Symmetry of Diplomacy, 1975, Groninger Museum.

Диплома́тия — дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарының, тышҡы мөнәсәбәттәр буйынса махсус органдарҙың халыҡ-ара сәйәсәт өлкәһендәге, шулай уҡ дәүләттең сит илдәрҙәге хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен һаҡлау буйынса эшмәкәрлеге.

Дипломатия — дәүләттең тышҡы сәйәсәтен тормошҡа ашырыу ысулы. Ул тәғәйен шарттар һәм хәл ителәһе мәсьәләләрҙән сығып ҡулланылған төрлө ғәмәли сараларҙы, уларҙы үтәү алымдарын һәм ысулдарын үҙ эсенә ала. Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендә был аңлатма менән төрлө ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы булдырмау йә уларҙы хәл итеү, ике яҡтың килешеү һәм үҙ-ара яраҡлы ҡарарҙар ҡабул итеү юлдарын табыу, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү маҡсатында һөйләшеүҙәр алып барыу оҫталығын, таһыллығын һәм маһирлығын билдәләй.

Атаманың ҡыҫҡаса мәғәнәһе

«Дипломатия» атамаһы боронғо грек телендәге «δίπλωμα» һүҙенән алынған тигән фараз бар, урыҫсаға бермә-бер әйләндергәндә, эшләнелгән хәрәкәт мәғәнәһендә «удваиваю» тигәнде аңлата. Француз телендәге «diplôme» һүҙенә бәйләп тәржемәләгәндә, урыҫ телендә «сложенный вдвое лист» или «документ» тигән мәғәнәгә эйә. Башҡортсаға — «икегә бөкләнгән рәсми ҡағыҙ», «документ» тип ауҙарырға була. Хәҙер киң ҡулланылған һөнәри белем һ.б. тураһындағы таныҡлыҡты аңлатҡан дипломдың сығышы нәҡ шунан.

Һүҙҙең «дипломатия» тип ҡулланылған төрөнөң, беҙгә килеп еткән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, мәғәнәүи яҡтан Боронғо Грецияға барып тоташыуы нигеҙлерәк. Сөнки унда вәкилдәргә, һуңыраҡ төрлө һөйләшеүҙәргә юлланыусы илселәргә, уларҙың хоҡуҡтарын һәм вәкәләтлектәрен раҫлаған ышаныс ҡағыҙҙары итеп боронғо яҙыу тамғалары төшөрөлгән икегә бөкләнгән таҡта киҫәктәре бирер булғандар. Улар һөйләшеү алып барыласаҡ яҡтың был эш өсөн яуаплы кешеләренә тапшырылған. «Дипломатия» һүҙенең бөгөнгө төп мәғәнәһе нәҡ бына шунан килә.

«Дипломатия» һүҙенең донъяның барлыҡ телдәренен дә тиерлек көндәлек телмәрендә төрлө ҡулланышта булыуын һәм бер-береһенә бөтөнләй алыҫ булған мәғәнәләрҙә йөрөүен дә әйтеп үтергә кәрәк. Был бигерәк тә матбуғат саралары — гәзит һәм журналдарға, радио һәм телевидение теленә ҡағыла. Текстан сығып, мәҫәлән, был атама дәүләттең тышҡы дөйөм сәйәсәтен, икенсе осраҡта алып барылған халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙе, хатта уларҙы ойоштороу тәртибен һәм ҡатнашыусыларын да аңлатырға мөмкин. Дәүләттең сит ил эштәре министрлығы составына ингән, әммә сит илдә урынлашҡан учрежденеларҙы ла шул уҡ һүҙ менән һөйләргә була. Әлбиттә, халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙә ыңғай уңышҡа алып килгән һөйләшеүҙәрҙе алып барыусыларҙың һәләтен баһалаған һәм күптәребеҙ күнеккән мәғәнәне көндәлек ысынбарлыҡта ниндәйҙер ғәҙәти эш башҡарып яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшеүсегә ҡарата ла, бигерәк тә уның ҡаҙанышы ниндәйҙер аралашыуҙар эҙемтәһе булғанда, ҡулланырға мөмкин. Ниндәйҙер насар маҡсат тотоп өлгәшелгән уңыш «дипломатия» һүҙенең кире мәғәнәһенә лайыҡ була. Тел белгестәре билдәләүенсә, хәҙерге замандағы аралашыу барышында «дипломатия» атамаһының әйтеп кителгән биш төрлө аңлатмаһы ла инглиз телле илдәрҙә әүҙем ҡулланылышта.

Бөгөнгө мәғәнәлә был атама XVI быуат аҙағында телмәр әйләнешенә индерелә: уны тәү тапҡыр Англияла 1645 йылда ҡулланалар. Һуңыраҡ бөйөк немец ғалимы Готфрид Лейбниц «дипломатик» тигән аңлатманы (латинса «diplomaticus») 1693 йылда үҙе нәшер иткән "Дипломатик хоҡуҡ ҡанудары йыйынтығы"на (урыҫса «Свод дипломатического права» (немец телендә — «Codex Juris Gentium Diplomaticus») индерә. Шунан башлап дипломатия — «халыҡ-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы» тигән аңлатма менән йөрөй. Шулай ҙа, тулыһынса бөгөнгө мәғәнәләге атаманы Людовик XIV — нең бер нисә дәүләттәге илсеһе булған француз дипломаты Франсуа Кальер беренсе булып ҡуллана. Үҙенең 1716 йылда баҫтырған «Дәүләт башлыҡтары менән һөйләшеү ысулдары» (урыҫса «О способах ведения переговоров с государями» тигән китабында «дипломатия» хаҡында тулыһынса бөгөнгө мәғәнәлә һүҙ алып бара. Әйткәндәй, был әсбап күп дипломатик мәктәптәрҙә йәш дипломаттар әҙерләү өсөн ҡулланма булыуҙан әле лә туҡтамаған.

Баҫмала «дипломатия» — «билдәле тәғлимәткә нигеҙләнгән һәм юғары әхлаҡ ҡағиҙәләренә ҡоролған һөйләшеүҙәр алып барыу маһирлығы» тип билдәләнә. Быға тиклем Боронғо Греция менән Боронғо Рим замандарынан, шулай уҡ Византия менән Урта быуаттар осоронан халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙәге юғары кимәлгә ҡуйылған алдашыу һәм ялғанға Кальер «аҡылға һәм рухилыҡҡа ҡоролған ғәҙел һәм намыҫлы һөйләшеүҙәр»ҙе ҡаршы ҡуя.

Other Languages
Afrikaans: Diplomasie
Alemannisch: Diplomatie
aragonés: Diplomacia
العربية: دبلوماسية
asturianu: Diplomacia
azərbaycanca: Diplomatiya
تۆرکجه: دیپلوماسی
žemaitėška: Dipluomatėjė
беларуская: Дыпламатыя
беларуская (тарашкевіца)‎: Дыпляматыя
български: Дипломация
বাংলা: কূটনীতি
བོད་ཡིག: ཕྱི་འབྲིལ།
brezhoneg: Diplomatiezh
bosanski: Diplomatija
буряад: Дипломати
català: Diplomàcia
کوردی: دیپلۆماسی
čeština: Diplomacie
dansk: Diplomati
Deutsch: Diplomatie
English: Diplomacy
Esperanto: Diplomatio
español: Diplomacia
euskara: Diplomazia
فارسی: دیپلماسی
suomi: Diplomatia
français: Diplomatie
furlan: Diplomazie
Frysk: Diplomasy
galego: Diplomacia
客家語/Hak-kâ-ngî: Ngoi-kâu
עברית: דיפלומטיה
हिन्दी: राजनय
Fiji Hindi: Kutniti
hrvatski: Diplomacija
magyar: Diplomácia
Bahasa Indonesia: Diplomasi
Ilokano: Diplomasia
italiano: Diplomazia
日本語: 外交
Patois: Dipluumasi
ქართული: დიპლომატია
қазақша: Дипломатия
한국어: 외교
къарачай-малкъар: Дипломатия
Кыргызча: Дипломатия
Latina: Diplomatia
Limburgs: Diplomatie
lietuvių: Diplomatija
latviešu: Diplomātija
Malagasy: Diplaomasia
македонски: Дипломатија
മലയാളം: നയതന്ത്രം
Bahasa Melayu: Diplomasi
Mirandés: Diplomacie
Napulitano: Dipromazzia
नेपाली: कूटनीति
नेपाल भाषा: कूटनीति
Nederlands: Diplomatie
norsk nynorsk: Diplomati
norsk: Diplomati
occitan: Diplomacia
Oromoo: Dippilomaasi
ਪੰਜਾਬੀ: ਕੂਟਨੀਤੀ
polski: Dyplomacja
Piemontèis: Diplomassìa
پنجابی: ڈپلومیسی
português: Diplomacia
română: Diplomație
русский: Дипломатия
русиньскый: Діпломація
саха тыла: Дипломатия
sicilianu: Diprumazzìa
Scots: Diplomacy
srpskohrvatski / српскохрватски: Diplomacija
Simple English: Diplomacy
slovenčina: Diplomacia
slovenščina: Diplomacija
shqip: Diplomacia
српски / srpski: Diplomatija
svenska: Diplomati
Kiswahili: Diplomasia
тоҷикӣ: Дипломосӣ
Tagalog: Diplomasya
Türkçe: Diplomasi
татарча/tatarça: Дипломатия
українська: Дипломатія
oʻzbekcha/ўзбекча: Diplomatiya
Tiếng Việt: Ngoại giao
Winaray: Diplomasyá
хальмг: Диломатия
მარგალური: დიპლომატია
ייִדיש: דיפלאמאטיע
中文: 外交
Bân-lâm-gú: Goā-kau
粵語: 外交