Боронғо төркиҙәр

Боронғо төркиҙәр (күктөркиҙәр; ҡыт. 突厥 — tūjué) — Төрки ҡағанатының башында Ашина ырыуы торған етәксе (гегемон) ҡәбиләһе. Урыҫ телле тарихнамәлә уларҙы билдәләү өсөн йыш ҡына совет тарихсы-этнологы, шәрҡиәтсе Лев Николаевич Гумилёв тәҡдим иткән төркөт (Төрки телдәрҙәге — төрк һәм монгол телендәге күплек суффиксы -өт) термины ҡулланыла. Физик тип буйынса боронғо төркиҙәр (төркөт ҡәбиләһе) монголоидтар[1][2].

Тарихы

Тан империяһы ҡулъяҙмаһы «Таншу»ла Ашина ырыуының сығышы тураһында артабанғыса бәйән ителә. Табғастар төньяҡ Ҡытайҙы яулаған осорҙа еңелгән ҡәбиләләр араһында Ашинаның «биш йөҙ ғаиләһе» була. Был «биш йөҙ ғаилә» IV быуатта ҡытайҙарҙан хуннулар һәм сяньбиҙәр тарафынан яулап алынған Шэньсиның көнбайыш өлөшөндә йәшәгән «төрлө халыҡтарҙың буталыуынан» барлыҡҡа киләләр. Ашина ырыуы Хэсины (Ордостан көнбайышҡа табан Хуанхэ һәм Наньшань араһында урынлашҡан өлкә) биләгән хунну кенәзе Муганюға буйһонған. 439 йылда табғастар хуннуларҙы еңеп Хэсины Вэй империяһына ҡушҡас, «Ашина кенәзе биш йөҙ ғаиләһе менән жужандәргә ҡаса һәм Алтай тауҙарының көньяғына барып урынлаша, жужандәргә тимер сығара» [3].

Боронғо ҡытай хроникаларына нигеҙләнепәүге урыҫ синологы Н. Я. Бичурин боронғо төркиҙәр менән монголдарға ҡараған төшөнсәләрҙең буталыуына иғтибар иткән[4]

Ҡытай сығанаҡтарына ярашлы төркөт ҡәбиләһе (ҡыт. tūjué) хунну ҡәбиләһенән барлыҡҡа килә[5][6]. Византия сығанаҡтарында төрки ҡәбиләләр скифтар (Σκύθαι) тип атала[7][8]. Пехлеви сығанаҡтарында турҙар исеме аҫтында төрки ҡәбиләләр телгә алына[9].

Таулы Алтай үҙәгендә телес ырыуы айырым ҡәүем булараҡ XVIII быуатҡа ҡәҙәр һаҡланып ҡалған, бынан һуң улар теленгиттарға ҡушыла.

Л. Н. Гумилёв Б. Х. Кармышеваның этнографик тикшеренеүҙәрендә нигеҙләнеп хәҙер үзбәктәр составында булған төркиҙәр ҡәбиләһен Урта Азияла төркөт ҡәүеменең туранан-тура тоҡомо тип атай[10].

Other Languages
العربية: غوكتورك
български: Гьоктюрки
čeština: Turkuti
Чӑвашла: Тӳркӳтсем
Deutsch: Kök-Türken
English: Göktürks
español: Köktürk
euskara: Göktürk
français: Göktürk
עברית: גקטורקים
हिन्दी: गोएकतुर्क
hrvatski: Gok-Turci
Bahasa Indonesia: Göktürk
italiano: Göktürk
日本語: 突厥
한국어: 돌궐
norsk nynorsk: Køk-tyrkarar
polski: Turkuci
پنجابی: گوک ترک
português: Goturcos
srpskohrvatski / српскохрватски: Gok Turci
Türkçe: Göktürkler
中文: 古突厥
粵語: 戈突厥