Андаман диңгеҙе

Андаман диңгеҙе
Майҙаны 605 000 км²
Күләме 660 000 км³
Иң ҙур тәрәнлек 4507 м
Уртаса тәрәнлек 1043 м
Андаман диңгеҙе (Һиндостан)
Blue pog.svg
LocationAndamanSea.png
Commons-logo.svg  Андаман диңгеҙе Викимилектә

Андама́н диңгеҙе ( һинд अंडमान सागर, бирм. မုတ္တမ, тай. ทะเลอันดามัน, мал. һәм индон. Laut Andaman) — Һинд океанының ярым ябыҡ диңгеҙе. Көнсығышта Һинд-Ҡытай һәм Малакка ярымутрауҙары, көньяҡта Суматра утрауы, көнбайышта Андаман һәм Никобар утрауҙары (улар Бенгал ҡултығы менән айыра) уратып алған. Төньяҡта материк буйлап Иравади йылғаһы дельтаһына тиклем дауам итә.

  • Тауисирлама

Тауисирлама

Малакка боғаҙы аша Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙе тоташа. Майҙаны — 605 мең км², уртаса тәрәнлек — 1043 м, максималь тәрәнлек — 4507 м, һыуҙың уртаса күләме яҡынса 660 мең км³. Диңгеҙ төбө балсыҡ һәм ҡом менән түшәлгән, төньяҡтан көньяҡҡа табан әүҙем вулканлы дуға (һыу аҫты вулкандары, Баррен һәм Наркондам утрауҙары) киҫеп үтә.

Климаты дымлы муссонлы тропик. Өҫкө температураһы ҡышын 27,5 °C-тан алып йәйен 30 °C-ҡа тиклем була, ә тәрән ҡатламдарҙа (1600 метрҙан тәрәнерәк) һыуҙың температураһы 4,8—5 °C-ҡа тиклем түбәнәйә. Яуым-төшөмдәр йылына 3000 мм-ҙан ашыу була. Ҡышын ағымдар көньяҡ-көнбайышҡа һәм көнбайышҡа, ә йәйен — көньяҡ-көнсығышҡа һәм көнсығышҡа йүнәлтелгән. Масштаблы эске тулҡындар менән айырылып тора. Һыуҙың уртаса температураһы февралдә 26 °C-тан алып 28 °C-ҡа тиклем булһа, майҙа 29 °C-ҡа тиклем күтәрелә.

Тоҙлолоғо йәйен 31,5—32,5 ‰, ҡышын 30,0—33,0 ‰. Диңгеҙҙең төньяҡ өлөшөндә йылғалар ағыҙылған һыуҙар һәм муссондар тәьҫире арҡаһында тоҙлолоҡ 20—25‰-гә тиклем төшә.

Ярымтәүлекле һыу ҡалҡыуҙарының бейеклеге 7,2 метрға тиклем етә.

Бай хайуандар донъяһы (яҡынса 400 төр балыҡтар): Иравади дельфины, дюгонь, осар балыҡтар, көньяҡ сельды, риф балыҡтары, елкән-балыҡтар һәм башҡалар бар.

Төп порттары: Янгон ( Мьянма), Пенанг ( Малайзия). Андаман диңгеҙе аша Сингапурға ҙур әһәмиәтле юл үтә.

2004 йылдың декабрендә Андаман диңгеҙендә ҙур емергесле цунами барлыҡҡа килтергән ер тетрәүе була.


Other Languages
Afrikaans: Andamanse See
العربية: بحر أندامان
azərbaycanca: Andaman dənizi
беларуская: Андаманскае мора
беларуская (тарашкевіца)‎: Андаманскае мора
български: Андаманско море
brezhoneg: Mor Andaman
bosanski: Andamansko more
català: Mar d'Andaman
Cebuano: Andaman Sea
Cymraeg: Môr Andaman
Deutsch: Andamanensee
English: Andaman Sea
Esperanto: Andamana Maro
español: Mar de Andamán
français: Mer d'Andaman
客家語/Hak-kâ-ngî: Andaman Hói
עברית: ים אנדמן
hrvatski: Andamansko more
Bahasa Indonesia: Laut Andaman
íslenska: Andamanhaf
Basa Jawa: Segara Andaman
한국어: 안다만 해
Кыргызча: Андаман деңизи
lietuvių: Andamanų jūra
latviešu: Andamanu jūra
македонски: Андаманско Море
മലയാളം: ആൻഡമാൻ കടൽ
кырык мары: Андаман тангыж
Bahasa Melayu: Laut Andaman
Nederlands: Andamanse Zee
norsk nynorsk: Andamanhavet
occitan: Mar d'Andaman
português: Mar de Andamão
română: Marea Andaman
srpskohrvatski / српскохрватски: Andamansko more
Simple English: Andaman Sea
slovenčina: Andamanské more
slovenščina: Andamansko morje
српски / srpski: Андаманско море
svenska: Andamansjön
Türkçe: Andaman Denizi
українська: Андаманське море
oʻzbekcha/ўзбекча: Andaman dengizi
Tiếng Việt: Biển Andaman
Winaray: Dagat Andaman
吴语: 安达曼海
მარგალური: ანდამანიშ ზუღა
中文: 安达曼海
文言: 安達曼海
粵語: 安達曼海