Албания мәҙәниәте

Албания күп кенә йылдар һуҙымында төрлө хакимлыҡ аҫтында һәм төрлө йәмғиәт системалары йоғонтоһонда була. Шул арҡылы албан мәҙәниәте ҡайһы ваҡыт етди юғалтыуҙар кисерә, әммә албандар үҙҙәренең мәҙәни үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡала алғандар.

Албания мәҙәниәте коммунистик хөкүмәте тарафынан ҡыйырһытыла. Шул уҡ ваҡытта, албан яҙыусылары һәм зыялылары эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Күп ваҡыт бөтә нәмә етди цензура күҙәтеүе аҫтында була. Шуға ярашлы, яңы милли уртаҡлыҡ булдырыу өсөн, коммунистик идеологияға нигеҙләнгән әҙәби һәм мәҙәни вакуум барлыҡҡа килә. 1990 йылдарҙа хөкүмәт албан халыҡ мәҙәниәтен яҡлап сыға. Илдә 4000-дән ашыу мәҙәниәт учреждениеһы бар: Албания милли китапханаһы, дәүләт хоры, Албания милли опера һәм балет театры, Албания милли һынлы сәнғәт галереяһы.

Урамды ҡулсатыр менән биҙәү
Икона
Баҙар
  • Һылтанмалар

Һылтанмалар

Other Languages
беларуская: Культура Албаніі
беларуская (тарашкевіца)‎: Культура Альбаніі
српски / srpski: Култура Албаније
українська: Культура Албанії